

Шулай уҡ тәмәке күп тартыу, хәмер, ҡәһүәне самаһын белмәй эсеү, йоҡларға ятыр алдынан күп итеп ашау, ныҡ кәйефһеҙләнеү йәки, киреһенсә, бик ныҡ һөйөнөү, төрлө сменаларҙа эшләү һәм хатта магнит бураны ла йоҡоға кире йоғонто яһауы ихтимал. Бының төп билдәләре – күҙгә йоҡо инмәү, уяна-уяна йоҡлау, иртән үҙеңде көслөп торғоҙоу, хәлһеҙлек, ҡул-аяҡтар ҡалтырау, йөрәк йыш тибеү, ҡурҡыу-шомланыу хисе.
Сәләмәт йоҡо өсөн баш мейеһенең триптофан матдәһе менән тейешенсчә тәьмин ителеүе кәрәк.
Банан кеүек татлы емештәр триптофанға, ҡан менән бергә, баш мейеһенә эләгергә ярҙам итә. Баш мейеһе күҙәнәктәре триптофандан йоҡо гормоны – мелатонин эшләп сығара. Ә бының өсөн С витамины ( яңы өҙөлгән емештәрҙә күп), В6 витамины (банан һәм авокадо әлеге витаминға бай), шулай уҡ марганец микроэлементы кәрәк. Бына шуға йоҡлар алдынан берәр банан ашап ҡуйыу, йоҡоһоҙлоҡтан ҡотолорға ярҙам итә дә инде.
Фото: fikiwiki.com