Гастрит, колит, тымау, бауыр ауырыуҙары, атеросклероз, һимереү, шәкәр диабетын дауалауҙа ҡулланыла. Ҡан баҫымын күтәрә, ашҡаҙан аҫты биҙе һәм ашҡаҙан секрецияһын көсәйтә.
Гипертония, ашҡаҙан һуты кислоталылығы юғары булғанда ҡулланырға ярамай. Оҙаҡ ҡулланылғанда бауырҙа тупланырға мөмкин, шуға күрә тәҡдим ителгән дауалау курсы 10 көндән артмай.
Үлән сәскә атҡанда, әммә сәскәләр тулыһынса асылғанға тиклем әҙерләнә. Сәскәләрен ҡырҡып алалар һәм киптерәләр.
Ҡулланыу:
Шиңмәҫгөл төнәтмәһе панкреатит һәм ашҡаҙан-эсәк юлы ауырыуҙарында ярҙам итә: бының өсөн 60 г сәскәгә 250 мл һыу ҡойоғоҙ һәм ярты сәғәт самаһы һүрән утта тотоғоҙ. Эсемлек күләменә 250 мл ҡайнатылған һыу өҫтәгеҙ. 3 өлөшкә бүлеп, ашар алдынан 20-30 минут алда эсегеҙ.
ФОТО:blog-travushka.ru