Дөйөм мәҡәләләр
30 Июля 2024, 09:47

Кәзә һөтө файҙаһы

Кәзә һөтө составы буйынса һыйыр һөтөнә яҡын, ҡайһы бер күрһәткестәр буйынса хатта унан да юғарыраҡ.

Добавить в предпочтительные источники Google
Кәзә һөтө файҙаһыКәзә һөтө файҙаһы
Кәзә һөтө файҙаһы

Кәзә һөтө майында туйындырылмаған май кислоталары (линоль һәм линолен) күберәк, улар организм тарафынан һыйыр һөтө майына ҡарағанда яҡшыраҡ үҙләштерелә. Май кислоталары организмдың инфекцион ауырыуҙарға тотороҡлолоғон арттыра, антисклеротик тәьҫиргә эйә.

Кәзә һөтөндә һыйыр һөтөнә ҡарағанда кальций һәм магний, тимер, марганец һәм баҡыр күберәк. А витамины иһә ике тапҡырға күберәк, каротин - өс тапҡырға тиерлек, аскорбин кислотаһы - 1,5, РР витамины - өс тапҡырға күп. Кәзә һөтө башҡа күрһәткестәр буйынса ла һыйыр һөтөнән өҫтөнөрәк. Ул фосфор, кобальт, В1, В2 витаминдарына бай, инфекциянан көслө һаҡлай, анемиянан ярҙам итә һәм геморрагияға ҡаршы үҙенсәлектәргә эйә.

Әйткәндәй, табиптар уны сабыйҙарҙы туҡландырыу өсөн тәҡдим итә. Шулай уҡ кәзә һөтөн рахит билдәләре булған балаларға, миокард инфаркты кисергән кешеләргә,  ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарынан, аллергиянан яфаланғандарға эсергә кәрәк. Уны тын юлдары ауырыуҙары, туберкулез, экзема, юғары кислоталылыҡ, ашҡаҙандың сей яраһы, мигрень, колит, бауыр, үт ҡыуығы ауырыуҙары, артрит ваҡытында иҫкәртеү сараһы булараҡ эсәләр. Был үҙенсәлектәрҙең барыһы ла кәзә ҡымыҙына ла ҡағыла, ул йылҡы һөтөнән эшләнгән ҡымыҙға ҡарағанда дауалау үҙенсәлектәренә эйә.

Автор:Расима Салихова