Бөгөнгө көндә урындағы ҡәләм тирбәтеүселәрҙе һәм тәжрибәле яҙыусыларҙы берләштергән Сабир Шәрипов исемендәге “Иҙел башы” яҙыусылар ойошмаһынан ағзалыҡҡа ҡабул ителеүселәр бар һәм улар һаны артабан да артыу юлында.
Белоретта әҙәби берләшмә 1932 йылдан бирле, “Урал” гәзите “Ҡатай эшсеһе” исеме аҫтында сыҡҡан ваҡыттан алып ойошторола. Һуңынан “Металл өсөн”, “Сталинсы”, “Ленин юлы” тип аталған хәҙерге “Урал” гәзитендә район-ҡала ҡәләм тирбәтеүселәре тәүге шиғыр, нәҫер, хикәйәләрен баҫтыра. Ултырыштар редакция бинаһында уҙыр була. Тайфур Сәғитов, Яныбай Хамматов, Зөлфәр Хисмәтуллин, Мөхөтдин Тажи, Сафуан Әлибай, Нурислам Шәйхулов, Сабир Шәрипов, Әхмәҙин Әфтәх, Дамир Шәрәфетдинов, Гүзәл Ситдиҡова, Нуриман Шаһибәков, Фәриха Вәлиуллина һәм башҡа бик күптәр ошо редакцияла эшләй һәм төрлө йылдарҙа әҙәби түңәрәк етәкселәре була. Әҙәби берләшмә ағзалары мәктәптәрҙә, техникумдарҙа, клубтарҙа, малсылар янында йәйләүҙәрҙә сығыш яһай. Ул саҡтағы әүҙем ижадсыларҙың күптәре хәҙер билдәле әҙиптәр.
Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы заманында ла эш ҡайнап тора - Шығай ауылында, китапханаларҙа осрашыуҙар уҙа. Фәриха Нәҙербай ҡыҙының тәүге китабы яҙыусыларҙың тѳбәк-ара конференцияһында тикшерелә, ҡала Мәҙәниәт һарайында ҙур байрам үтә.
Һуңынан әҙәби ойошманы Фәриха Вәлиуллина етәкләй. Ринат Камал, Таңсулпан Ғарипова, Дамир Шәрәфетдинов, Буранбай Исҡужин, Зѳһрә Фәйзуллина, Гѳлшат Әхмәтҡужина, Әхмәр Үтәбай, Сәлимйән Бәҙретдинов, Мәүлит Ямалетдинов һәм башҡа әҙиптәр ҡатнашлығында ҡыҙыҡлы осрашыуҙар ойошторолоп тора.
2006 йылдан алып берләшмә рәйесе итеп Зөһрә Үтәғолова һайлана. 2009 йылда беҙҙең Инйәргә ҡараған ҡәләмдәштәребеҙ “Инйәр тулҡындары” исемен алып, үҙ аллы ойоштолар. Икенсе тѳбәк-ара конференция Абҙаҡ мәҙәниәт йортонда үткәрелә. Унда күренекле әҙиптәр - Әсхәл Әхмәт-хужа, Тимерғәле Килмөхәмәтов, Рамаҙан Шәғәлиев, Әхмәҙин Әфтәх, Дамир Шәрәфетдинов, Учалы, Әбйәлил райондары яҙыусылары ҡатнаша. Конференцияны үткәреүҙе “Урал” гәзите редакцияһы тулыһынса үҙ ѳҫтѳнә ала. Фәриха Вәлиуллинаның “Тере дарыу”, Сәғирә Шәрәфетдинованың “Упҡын”йыйынтыҡтарының презентацияһы ҡала башҡорт фольклор (етәксеһе Мѳхәррәм Сәлимов) клубында үтә. “Урал” редакцияһы китап сығарыуҙа ла әүҙемлек күрһәтә - Мәнзүрә Абдуллинаның “Тау ҡыҙы”, Ғилми Сиражетдиновтың “Дауытов һөңгөһө”, ”Ҡушйылға”, Рәйес Хәлиловтың “Аҡташ-Йәҙгәр буйҙары”, “Иҫтәлек”, “Хәтирәләр”, Фәрит Шәйәхмәтовтың “Ҡоҙғон-Әхмәр ауылы тарихы”, Урания, Светлана Вәхитоваларҙың “Миҙгелдәр”, Вәғиз Мәғизовтың “Иҫтәлек”, Линиза Шакированың ”Шәмдәр булып янайым”, Мәнзүрә Абдуллина (Горбачева) һәм Рәсимә Сәйетғәлинаның “Инйәр ҡыҙҙары моңо” китаптарын баҫмаға әҙерләйҙәр.
2015 йыл республикала Әҙәбиәт йылы тип иғлан ителде һәм уның сиктәрендә Башҡортостан Яҙыусылар союзы “Әҙәби нағыш” марафонын ойошторҙо. Төбәктәрҙәге ижади көстәрҙе туплап, уларҙың эшмәкәрлеген әүҙемләштереү һәм талантлы йәштәрҙе әҙәби-ижад юлына ылыҡтырыуҙы маҡсат итеп ҡуйған марафондың Белорет ҡалаһында уҙған йомғаҡлау йыйылышында бер аҙ һүнеп ҡалған “Иҙел башы”н ҡайтанан тергеҙеп, уның ижади эшмәкәрлеген йәнләндереү бурысы ҡуйылды. Сарала Сабир Шәрипов Белорет ижадсыларына яҙыусы, Яныбай Хамматов исемендәге премия лауреаты Мансур Һиҙиәтовты етәксе итеп ҡуйыу тураһында тәҡдим менән сығыш яһаны һәм барыһы ла бер тауыштан уны хуплап ҡабул итте.
Мансур Яҡшыбай улы етәкселек иткән осорҙа ойошма эше йәнләнеп китә, ярты йыл эсендә улар әллә күпме саралар ойоштороп өлгөрә, ойошма ағзаларының ижад емештәре тупланған “Иҙел башы - юл башы” альманахының тәүге һаны донъя күрә. Яҙыусы, шағир, журналист һәм тәржемәсе Дамир Шәрәфетдинов, яҙыусы, журналист һәм тәржемәсе Сабир Шәрипов, шағирә, журналист һәм тәржемәсе Тамара Искәндәриә, ғалимә-әҙәбиәт белгесе Ғәҙилә Бүләкова кеүек билдәле әҙәбиәтселәр тарафынан семинарҙар, оҫталыҡ дәрестәре уҙғарыла, ойошмаға күпләп йәш көстәр килә. Райондың һәр ауылында әҙәби осрашыуҙар, китап туйҙары гөрләп үтә.
2018 йылда Шығай ауылында үткән Сабир Шәрипов исемендәге “Уймаҡ хикәйәләр” конкурсын йомғаҡлау барышында Мансур Һиҙиәтов инициативаһы менән ойошмаға Сабир Шәрипов исеме бирелде. Әткәндәй, Сабир Нәғим улы тәү башлап ҡәләм тирбәткән, оло ижад донъяһына ынтылған бик күп яҡташтарына үҙенең аҡыллы кәңәштәрен биреп торҙо, хәленән килгәнсә ярҙам итте.
2021 йылдың декабренән Сабир Шәрипов исемендәге “Иҙел башы” яҙыусылар ойошмаһын талантлы яҙыусы Әлиә Саматова етәкләй. Бөгөнгө көндә ойошмала йәмғеһе 30 ижадсы иҫәпләнә. Шулар араһынан Зөлфирә Сөләймәнова, Фәриха Вәлиуллина, Зөһрә Үтәғолова, Раят Вәлиев, Сәғирә Шәрәфетдинова, Әлиә Саматова Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзалары.
Ойошма ағзалары әҙәбиәт өлкәһендәге премия лауреаттары ла: Нурислам Шәйхулов, Нуриман Шаһибәков, Сабир Шәрипов, Мансур Һиҙиәтов, Фәриха Вәлиуллина, Әлиә Саматова, Ринат Шәйбәков, Линиза Шакирова - муниципаль ра-
йон хакимиәтенең проза өлкәһендәге Яныбай Хамматов исемендәге премия, Зөлфирә Сөләймәнова, Зөһрә Үтәғолова, Рәсимә Сәйетғәлина, Фәйрүзә Кинйәбаева, Мәнзүрә Абдуллина, Йыһангир Вәлиев шиғриәт өлкәһендәге “Ағиҙел өҫтөндәге йәйғор” премияһы лауреаттары.
Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә Мансур Һиҙиәтов, Фәриха Вәлиуллина, Зөлфирә Сөләймәнова, Зөһрә Үтәғолова, Фәйрүзә Кинйәбаева, Әлиә Саматова, Раят Вәлиев, Ринат Шәйбәков, Рәсимә Сәлихованың китаптары баҫылды. Унан тыш, 2024 йылда Гөлсөм Мостафина, Мөнирә Сәлимйәнова, Зөлфирә һәм Франгил Ғәлиевтар, Сәүиә Закирова, Хәлиҙә Чембарисова, Мәхмүзә Шәғәлиева, Фәриҙә Мәхмүтоваларҙың үҙнәшер менән китаптары баҫылды. Ғинуар аҙағында Рәсимә Сәйетғәлина, Рәфиға Ғәлиуллина, Хәлиҙә Бакирова, Шәрғиә Яҡшыдәүләтованың (мәрхүмә) “Тыуған ерем - ҡатай ере” йыйынтығының исем туйы уҙҙы. Уҙған йылда ойошманың яҡты донъяларҙан иртә киткән талантлы шағирәһе Жөмәҙиә Хәйруллинаның “Йырҙарым һеҙгә ҡала” исемле китабының исем туйы уҙҙы. 2022 йылда ойошманың 20 ижадсыһының шиғырҙары һәм әҫәрҙәре тупланған “Аҫылташлы Иҙел башы” йыйынтығы баҫылды.
Бынан тыш, ойошма ағзаларының ижад емештәре район һәм республика матбуғатында йыш донъя күрә. Әнисә Ғәзизова, Сәүиә Солтанова, Альбина Хәйретдинованың ижады “Урал” гәзите биттәрендә йыш баҫыла.
Бик күп шағирҙарҙың шиғырҙарына йырҙар ижад ителә. Рөстәм Миһранов, Фәйрүзә Кинйәбаева, Мөнирә Сәлимйәнова, Рәсимә Сәйетғәлина, Гөлнар Асҡароваларҙың һүҙҙәренә яҙылған йырҙар радионан даими яңғырай. Шулай уҡ республика кимәлендәге әҙәби конкурстарҙа ла ойошма ағзалары әүҙем ҡатнаша һәм еңеүсе, призёр булалар.
“Ағиҙел” журналының 100 йыллығына республика Башлығы грантына баҫтырылған ике томлыҡ “Ағиҙелдән 100 хикәйә” йыйынтығына Мансур Һиҙиәтов, Сәғирә Шәрәфетдинова, Әлиә Саматова, Раят Вәлиевтең хикәйәләре индерелде.
Ойошма тарафынан уҙғарылған әҙәби конкурстар төрлө төбәктәрҙән бик күп ҡәләм оҫталарын, йәштәрҙе, уҡыусыларҙы йәлеп итә. Дамир Шәрәфетдинов исемендәге конкурс быйыл шағирҙың тыуыуына 60 йыл тулыуға һәм Ватанды һаҡлаусылар йылына арналасаҡ. Балалар һәм үҫмерҙәр араһында үткәрелгән “Бөртөкләп алтын йыябыҙ” конкурсы Яныбай Хамматовтың 100 йыллығына арналасаҡ.
Әлеге көндә ойошма эшмәкәрлеге билдәле яҙыусылар - Мөнир Ҡунафин, Әхмәр Үтәбай, Венер Исхаков, Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Миләүшә Ҡаһармановалар менән тығыҙ бәйле. Әҙиптәр менән эшлекле семинарҙар уҙғарыла, әҙәби осрашыуҙар үткәрелә.
Эйе, бөгөнгө ҡатмарлы заманда ла күңелдәрендә матурлыҡҡа ынтылышты һаҡлап ҡала алған, уны башҡаларға ла еткерергә көс тапҡан ижади ҡарашлы кешеләрҙе туплаған Сабир Шәрипов исемендәге “Иҙел башы” яҙыусылар ойошмаһы ағзалары - мәҙәниәтебеҙ һәм рухиәтебеҙ тотҡаһы. Ойошма ағзалары булырға теләүселәргә ишектәр һәр ваҡыт асыҡ. Киләсәктә ойошмаға үҫеш, яңы-яңы исемдәр, ижади уңыштар теләйбеҙ.