Был экзотик атамалы ризыҡ яйлап Рәсәй граждандарының рационына инә бара. Ни өсөн уларҙы шул тиклем яраталар һәм уларҙың файҙаһы бармы?
Һәр ресторанда йәки кафела тиерлек был ризыҡты менюҙа күрергә мөмкин. Был аппетитлы рулеткалар ғәҙәти булмаған тәме арҡаһында популярлаша.
Дөйөм алғанда, ролл һәм суши файҙалы аҙыҡ. Уларҙың составына ингән төрлө сортлы балыҡ витаминдарға һәм микроэлементтарға, Омега-3-кә бай. Әгәр балыҡ бөтә талаптарға ярашлы әҙерләнһә, уның организмға йоғонтоһо ыңғай буласаҡ. Унда булған фосфор, май кислоталары тик файҙаға ғына.
Дөгө - микроэлементтарға бай, йәнә ул диетик ярма. Ул бер нисә минут эсендә аслыҡты ҡәнәғәтләндерә, ә уның составындағы күҙәнәкле матдәләр аш һеңдереүгә булышлыҡ итә. Шулай уҡ дөгө кешегә тәбиғи матурлыҡты һаҡларға ярҙам итә һәм организмды энергия менән тулыландыра.
Нори япрағы - ҡалҡан биҙенең дөрөҫ эшләүе өсөн кәрәкле яҡшы йод сығанағы. Шул уҡ ваҡытта, ролдарҙың күпселек варианттары термик юл менән эшкәртелмәгәнлектән, уларҙың бөтә файҙалы үҙенсәлектәре бик яҡшы һаҡлана.
Авокадо һәм йәшелсәләрҙең файҙаһы тураһында бөтөнләй әйтеп тороу кәрәкмәй. Бында бик күп минералдар һәм файҙалы витаминдар бар.
Ролдарҙың мотлаҡ тәмләткесе - соуста күп күләмдә тоҙ бар, мөмкин булһа, уны артыҡ ҡулланмау яҡшыраҡ.
Суши һәм роллдарҙың кире яҡтары ла бар. Мәҫәлән, әгәр составында булған сей балыҡ сифатҡа тап килмәһә, эске ағзаларға (бигерәк тә бауырға) насар йоғонто яһауы бар.