Полиция хеҙмәткәрҙәре водитель менән һөйләшкәндә ирҙең аңлайышһыҙ һөйләүен һәм унан алкоголдең киҫкен еҫе сығыуын аңғара. Водитель алкоголь тестеры ярҙамында тикшерегә. Прибор 1,853 мг/л күрһәтә. Мәғлүмәт базаһы буйынса тикшереү барышында дәүләт автоинспекторы егеттең ошондай уҡ хоҡуҡ боҙоуҙар өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырылыуын асыҡлай. Полиция хеҙмәткәре тейешле протокол төҙөй һәм автомобиль махсус туҡталҡаға ҡуйыла.
Ир, дуҫынан машина алғанында иҫкерек булмағанын аңлата. Юлда спиртлы эсемлек эсергә ҡарар итә һәм тиҙҙән уны юл-патруль хеҙмәте инспекторы туҡтата. Водитель үҙ ғәйебен тулыһынса таный.
Иргә ҡарата Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 264.1-се статьяһының 1-се өлөшөндә ҡаралған енәйәт билдәләре буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Гүзәл МӘМЛИЕВА, район буйынса эске эштәр бүлеге тәүтикшереүсе.