Ҡамыр өсөн: 200 г эремсек, 150 г майонез (ҡаймаҡ), 2 йомортҡа, 1/4 сәй ҡалағы сода, 1 стакан тирәһе он, тәменсә тоҙ.
Эслек өсөн: 200г ит, 300 г картуф, 200г һуған, 2 аш ҡалағы шыйыҡ май, тәменсә тоҙ, тәмләткестәр.
Картуфты таҙартырға һәм нәҙек түңәрәктәргә киҫергә. Итте нәҙек кенә итеп һаламлап турарға. Һуғанды ваҡ ҡына итеп турағас, иткә ҡушып бутарға, бер аҙ тоҙ һибергә. Картуфҡа үҫемлек майы, тоҙ һалып бутарға.
Сөм һауытҡа эремсек, йомортҡа, сода, майонез, тоҙ һалып болғатырға һәм консистенцияһы буйынса ҡаймаҡты хәтерләткәсе он өҫтәргә.
Табаны майлап, ҡамырҙың 3/1 өлөшөн ҡойорға һәм өҫтөнә картуф ҡатламы, унан һуң итте һалырға. Өҫтөнә ҡалған ҡамырҙы ҡойоп, өҫтө алтыныһыу төҫкә ингәнсе 45-50 минутҡа мейескә ҡуйырға.
Бәлештең әҙерлеген тикшереү өсөн картуфты төртөп ҡарарға кәрәк.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Фото: Интернеттан.