Ҡамыр өсөн: 2 стакан он, 0,5 стакан шәкәр, 100 г аҡ май, 1 стакан ҡаймаҡ, 0,5 сәй ҡалағы сода.
Эслек өсөн: 250 г ҡуҙғалаҡ, 0,5 стакан шәкәр, 2 сәй ҡалағы крахмал.
Шәкәрҙе май менән бергә ыуырға ла, ҡаймаҡ, сода ҡушып ҡамыр баҫырға һәм 20 минутҡа ял итергә ҡалдырырға.
Эслек өсөн ҡуҙғалаҡты ваҡлап турарға һәм шәкәр, крахмал ҡушып бергә болғатырға.
Ҡамырҙы ике өлөшкә бүлеп, йәймәләр йәйергә. Ҙурыраҡ өлөшөнә эслекте һалырға. Бәләкәсерәге менән ҡаплап,, ситтәрен яҡшылап йәбештерергә.
Бәлештең өҫтөнә һөт менән йомортҡаны бутап һөрткәс, 200 градусҡа тиклем йылытылған мейестә 40 минут тирәһе бешерергә.
Ашығыҙ тәмле булһын!