-9 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Лонгрид
1 Ғинуар 2020, 22:40

Яңы йыл мөғжизәһеҙ тыумай

Ғәлиәнең иң яратҡан байрамы - Яңы йыл. Балалар кеүек түҙемһеҙләнеп көтөп ала уны. Ай башланыу менән ул башкѳллѳ байрам хәстәренә сума. Башта дәү өйөнөң ҡап уртаһына урман матурҡайын ултырта. Унан инде әленән-әле шыршыға матур уйынсыҡтар яһай, бәләкәй генә ҡуңыслы ойоҡтар тегеп элеп ҡуя; улары эсенә, әлбиттә, балаларына, яҡындарына матур бүләктәр һалына. Шуныһы ғәжәп, Ғәлиәнең һәр шыршыһы үҙенсәлекле һәм ҡабатланмаҫ булһа ла, урман ҡупшыҡайының төбөндә, ниндәй йыл килеүенә ҡарамаҫтан, бер уйынсыҡ - ҡуян ултыра. Был ҡурсаҡ ҡатынды бала сағында мөғжизәгә ышандырыусы әйбер ул...

Ғәлиәгә биш йәштәр самаһы булғандыр. Ата-әсәһе байрамға ҡутарып ҡунаҡ саҡырған көн. Шим балы эсеп, ҡыҙып алған ҡунаҡтарҙың ҡыланыштарын мейес һәндерәһендә күҙәтеп ялҡҡан Ғәлиәнең иғтибарын ете төн уртаһында килеп ингән йәтеш кенә әбей йәлеп итте. Ике бите алһыуланған әсәһе көтөлмәгән ҡунаҡҡа албырғап ҡалһа ла, уны түргә әйҙүкләне.
- Һын-һыпатыңдан, апай, сырамытам да, кем тип өндәшергә ҡыймайымсы? Уҙығыҙ әле, байрам мәжлесенән оло булмағыҙ. Һуғым ашынан ауыҙ иттерәйем, тип кенә йыйғайныҡ, - тине ул аҡланғандай. - Кем тип әйтәйем икән?
Төнгө ҡунаҡ үҙенең ҡиәфәтен оҫта йәшергәйне. Күҙҙәренә битлек кейгән. Әсәһенең өлтөрәүенә әллә ни әһәмиәт бирмәгәндәй, ишек төбөндәге эскәмйәгә сүгәләне лә өйгә изге теләктәрен еткерҙе, ниндәйҙер доғалар ҙа уҡыны, буғай. Унан кинәт кенә сәсенең ике толомон түбәнгә һәлберәтеп ҡарап ятҡан Ғәлиәгә йылмайып баҡты ла, ҡуйынынан ап-аҡ ҡуян балаһын сығарҙы. Йәнлектең ҡолағынан ҡуша тотоп Ғәлиә эргәһенә мендереп тә ебәрҙе. Ҡуян иһә иркен һәндерәнең иң төпкө мөйөшөнә боҫто.
Ҡулға эйәләшкән йәнлек менән бәләкәй ҡыҙ йәһәт дуҫлашты. Ғәлиә хатта теге серле ҡунаҡтың ҡай ике арала өйҙән сығып киткәнен дә һиҙмәне, таң атҡансы ҡымғырысланған һуҡмыш ҡунаҡтарҙың зәһеү тауыштарын да ишетмәне. Ҡуян менән туйғансы уйнаны ла, әүен баҙарына сумды...
Ана, шул биш йәшендәге серле ваҡиғанан ул ғүмер буйына Яңы йылды мөғжизә итеп ҡабул ҡылып йәшәне. Был серле байрамды һағынып көтөп алды, ниндәй генә хәлдә булмаһын, матур итеп әҙерләнде... Уйлап ҡараниһәң, күп хәтирәләр, тормошондағы һынылыштар ҙа тап Яңы йылдан башлана ине түгелме һуң әле?.. Быйылғыһы ни көйлө булыр, белгән юҡ.
Ғәлиә нескә хәтирәләр шауҡымында йылмайып, шыршы төбөндәге йомшаҡ уйынсыҡ - ҡуянға ҡараны. Кинйә ҡыҙы Ҡәҙриә бер йылды байрамға бүләк иткәйне. Яңы йылға тиклем ваҡыт та күп ҡалмаған. Өҫтәле лә тулыһынса әҙерләнеп бөтмәгән. Быйыл ире Әнүәр менән икәүһе генә ҡаршыламаҡсы. Балаларының кемеһелер сит илгә путевка менән осто, өлкәне командировкала, кинйә ҡыҙына эш сменаһы тура килгән. Ярай, икәүһе икән, икәүһе инде. Шулай ҙа Ғәлиәнең эсе бошоңҡораны. Байрамда эсеүҙән баш тартмаған иренең ауыҙына ҡойғанын ҡарап ултырмаға ни тип, яңғыҙ күршеһе Әнисәгә изем иттерергә булды.
Көн оҙоно энә йотоп, ҡойроҡ ҡыҫҡан эттәй шым ғына йөрөгән Әнүәр күршеһен ҡунаҡҡа саҡырырға шатланып риза булды. Курткаһын арлы-бирле эләктерә һалып сығып һыҙҙы. Күп тә үтмәй, болдор өҫтөндә нимәлер дөпөлдәне. Ҡарһаланып яланөҫ сыҡҡан Ғәлиә әсенеп:
- Гатауай, ҡай ике арала, исмаһам, ғүмереңдә бер тапҡыр байрамды ҡара-ҡаршы ултырып, әҙәмсә ҡаршыларға ла ихтыярың етмәне, шешә төбөнән тыуған бәндә! Эй, Аллам, илле алла, алтмыш мулла менән ғүмер иткәндәй булынды инде һинең менән... - тип һуҡранды.
Байрам кәйефен боҙған иренә әрнеһә лә, үҙен ҡулға тиҙ алды, күршеһе Әнисәне ихласлап ҡаршы алды.
- Әйҙүк, Әнисәкәйем, әйҙүк, икәү-ләп ҡаршыларбыҙ, ир тигән ғүмерлек хәсрәтем гатауай булып ята.
- Рәхмәт төшкөрө, мәйтәм, һай дәртле лә инде үҙең, Ғәлиә, шыршыһын да ҡуяһың, бүләген дә алаһың, икәү арағыҙға хан һыйы дәүмәлле өҫтәл әҙерләгәнһең.
- Бүләк, тигәндәй, анау ойоҡбаштарҙың ҡайһыһын булһа ла һайлап ал әле.
- И-и, шулай ҙа була икән, Хоҙай ғүмереңә бәрәкәт ҡылғыры.
Әнисә балаларса ҡыуанып, шыршы тирәләй мәж килде. Яңы йыл сәғәттәре һуғыуға 30 минуттай ваҡыт ҡалғас ултырҙы өҫтәл артына ике күрше. Һиҙгән кеүек ире лә ятҡан еренән ауа-түнә килеп торҙо.
Тәүгә күргәндәй, өҫтәл өҫтөн тәфсирләп-һөҙөп күҙ уңынан үткәрҙе. Күңеленә хуш килгәндәй ризыҡ табалмағас, йөҙө йәмерәйеп китте.
- Әфлисун, мандарин, йөнлө кәр-түк... Ҡырҡ быуын ата-бабам ашамаған маймыл ризығы... Короче, Бразилия. Экзотика! Тоҙло әгүрсә лә юҡ, ҡаҙылыҡ та юҡ, тем более эшкәлник юҡ. Мин дә юҡ. Ярай, рәхмәт, бисәкәй!
Әнисәнән тартындымы, Әнүәр артыҡ һарауһыҙланманы, тәмәкеһен алып ихатаға сыҡты...
Төнгө ике тирәһендә Әнисә хужабикәгә алғышланып, рәхмәттәрен ҡайтанан әйтеп, буҫағаны инде ашатланым тигәндә, тышҡы яҡтан ишек яңағын урынынан ҡуҙғатырҙай көс менән тотҡаны тарттылар. Башта ике ҡатын да тораташтай ҡатты. Һәр мәшәҡәтте яңғыҙ атҡарып өйрәнеп бөткән Әнисә үҙен йәһәт ҡулға алды. Йөҙө ҡағыҙҙай ап-аҡ булған, күҙҙәре аҡшайған, ауыҙы “ө” хәрефе кеүек бөрөлгән, етмәһә бар кәүҙәһе менән дерелдәп торған Әнүәрҙең битенә уңлы-һуллы сабып ебәрҙе.
- Күрше, ништәйең, былай ҙа тере мәйет кеүек торған кешене? - Ғәлиә ирен йәлләп сарбайланды.
Әнисә үҙе белгәнме, ишеткәнме, әмәлдәрен эшкә екте. Ғәлиәнең ай-вайына ҡарамай, Әнүәрҙең ауыҙын ҡайырып асырға тотондо. Унан ирҙең телен һөй-рәп сығарҙы. Ирҙең йөҙөнә бер аҙ алһыулыҡ йүгерҙе, сәйер ауаз сығарып тын алды.
- Булды! Тере ҡалды. Бының ней ен юлын киҫкән бит. Яуапнамәң юҡмы? Шуның аша үткәрәйек. Сарпыуы үҙебеҙгә ҡағылмаһын!
Йәшәп-йәшәп тә күршеһенең им-томға таҫыллығын белмәгән икәндәһә Ғәлиә. Аптырағас, ҡыҙыҡһынып һорауына Әнисә, үҙем дә белмәйем тигәндәй, яурын һикертте.
Ҡараштарын түшәмгә ҡатырып, тамам йыуашайып ҡалған Әнүәргә ҡарап шаҡ ҡатҡан ҡатындар сәйер хәлдең айышына төшөнөргә теләп, икәүһе бер төптән ирҙән күҙ алманылар.
Үҙ ғүмерендә иренә рюмка тултырып араҡы һуҙмаған Ғәлиә ултырғысҡа дыңҡ иттереп шешә ултыртты, тәмәке ҡабын шылдырыбыраҡ ҡуйҙы.
- Эс, әйҙә, еңелерәк булып ҡалыр! Ярай, бер тартҡаныңдан өй ыҫтанмаҫ.
Әнүәр тороп ултырҙы. Ғазаплы ҡараштарын ҡатынына төбәне лә ҡысҡырып илап ебәрҙе. Баҫыла төшкәс, боһана-боһана үҙе менән булған ваҡиғаны һөйләне...
...Өҫтәлдә араҡы юҡлығын күреп, биреләнеп өйҙән сығып киткән Әнүәр, ауыл өҫтөндә йөрөгән әшнәләштәренең береһе менән байрам итергә форсат табылмаҫмы тип, оло юлға сығып торҙо. Әмәлгә ҡалғандай, эргәһенә йәш егет килеп баҫты. Өндәшмәй генә сөбөрләтеп араҡы ҡойҙо. Күҙҙәре бур бесәйҙәй майланған Әнүәр ҡойған бер рюмкаһын гөпөлдәтеп тамағына ебәрә торҙо. Йәш кеше яйлап ҡына түбән осҡа ыңғайланы. Аҙым һайын егеттәр күбәйгәндән-күбәйҙе. Улар беренән-бере уҙҙырып Әнүәрҙе араҡы, тәмәке менән һыйланы. Бындай хөрмәткә буйтым ҡыуанған Әнүәрҙең һыйланыуы күпмегә һуҙылыр ине, кинәт бөтөн донъя ҡараңғыланды, ул нимәгәлер ҡаты итеп бәрелгәнен тойҙо. Тәүҙә ҡайҙалығын аңғармаһа ла, ай яҡтыһында мәрмәр таштарҙа ялтыраған яҙыуҙарҙы күреп, ир тәғәйен ерҙә йөрөмәгәнен аңланы...
Теге сәйер Яңы йылдан һуң Әнүәр ауыҙына тамсы араҡы алыу түгел, тәмәке лә ҡапҡаны юҡ. Инде егерме йыл. Мажаралар аша мөғжизәләр тыумай, Яңы йыл тылсымһыҙ булмай, тип кем әйтә ала инде.
Сәғирә ШӘРӘФЕТДИНОВА.