Район-ҡалала ла Һаулыҡ мөмкинлектәре сикле кешеләр тураһында хәстәрлек йылында уларға мөмкин тиклем күберәк иғтибар бирелә, төрлө яҡлап ярҙам күрһәтелә. Уҙған аҙнала муниципаль район хакимиәтендә тәүге тапҡыр һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр мәсьәләләре буйынса брифинг үтте.
Осрашыуға инвалид балаларҙың ата-әсәләре, ауыр сирле өлкәндәрҙең яҡын туғандары килде. Уларҙың һорауҙарына социаль учреждениелар һәм район хакимиәте етәкселәре яуап бирҙе.
Осрашыу барышында пандустар ҡуйыу һәм йорттар янын яҡтыртыу, подъезда тотоноп йөрөү өсөн тотҡалар ҡуйыу кәрәклеге тураһындағы мәсьәләләр күтәрелде. Үҙенсәлекле балаға холтер үтеү, балаларҙы социализациялау кәрәклеге тураһында үтенестәр булды. Һорауҙарҙың ҡайһы берҙәре урында хәл ителде, ҡалғандары яҡын аралағы эш планына индерелде.
Белорет үҙәк район клиник дауаханаһының баш табибы вазифаһын башҡарыусы Илмир Фәтҡуллин мөрәжәғәтте тиҙ арала үтәү өсөн ҡайһы берәүҙәр менән шәхсән аралашты.
Күптән түгел Белоретта сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән йәштәр һәм өлкәндәр өсөн “Феникс” ярҙам үҙәге асылыуы мәғлүм. Үҙәк активистары үҙенсәлекле балаларға һәм уларҙың ата-әсәләренә ниндәй ярҙамдар күрһәтеүҙәрен, үҙәк эше тураһында бәйән итте. “Пазл” психологик абилитация үҙәге етәксеһе Марина Выприцких учреждениеһының үҙенсәлекле балалар менән эшләү мөмкинлектәре тураһында һөйләне.
- Кәңәшсем Ирина Реусҡа сараны үткәреү идеяһы һәм ойоштороуҙа ярҙам иткәне өсөн рәхмәт. Был осрашыу файҙалы булды һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалы ғаиләләргә мөһим проблемаларҙың бер өлөшөн булһа ла хәл итергә ярҙам итер тип ышанам, - тине осрашыу һуңында муниципаль район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта.
Муниципаль район хакимиәте башлығы советнигы Ирина Александровна белдереүенсә, республикабыҙҙа, Белорет районында һуңғы йылдарҙа һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә, айырыуса инвалид балаларға, иғтибар күпкә яҡшырған.
- Дәүләт яғынан матди ярҙамға бала тыуған бөтә ғаиләләр ҙә, уларҙың матди именлегенә һәм балалар һанына ҡарамаҫтан, иҫәп тота ала. Шул уҡ ваҡытта граждандарҙың ҡайһы бер категориялары - күп балалы, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр, яңғыҙ әсәләр һәм инвалид балаларҙың ата-әсәләре өҫтәмә финанс мөмкинлектәренә эйә. Республика матди яҡтан аҙ тәьмин ителгән ата-әсәләргә ярҙам итеү сараларын эҙләй, өҫтәүенә уларға торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә түләүгә ташлама ҡаралған. Инвалид баланың ата-әсәһенә иһә бушлай участка йәки 250 мең һум аҡса бирелә.
Шулай уҡ транспорт сараһы булған ата-әсәләр өсөн ташлама бар. Еңел автомобиль двигателенең ҡеүәте - 150, ә автобустыҡы 125 ат көсөнә тиклем булғанда 100 процент ташлама ҡаралған.
Инвалид балалары булған ғаиләләргә торлаҡ йортҡа газ үткәреүгә сертификат бүленә. Һәм был инвалид бала тәрбиәләгән граждандарға бирелгән иғтибарҙың бәләкәй генә өлөшө. Республика өлгәшелгәндәр менән генә туҡтап ҡалмаясаҡ, ә инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр мәнфәғәтендә закондар сығарыу базаһын камиллаштырыуҙы дауам итә.
Урындағы кимәлдә лә төрлө ярҙам төрҙәрен булдырыу буйынса ҙур, һөҙөмтәле эш алып барыла. Айырыуса был республика Башлығы Радий Хәбиров иғлан иткән Һаулыҡ мөмкинлектәре сикле кешеләр тураһында хәстәрлек йылында һиҙелә, - ти Ирина Реус.
Федераль инвалидтар реестры мәғлүмәттәре буйынса, республика биләмәһендә 257 меңдән ашыу инвалид иҫәпләнә, был Башҡортостан халҡының дөйөм һанының 6,5 процентын тәшкил итә. Инвалидтарҙың дөйөм һанынан 18 675 - инвалид балалар, 238 642 - 18 йәштән өлкән инвалидтар. Сәләмәтлектәре буйынса мөмкинлектәре сикләнгән өлкәндәр араһында 55 процентын ҡатын- ҡыҙҙар, 45 процентын ир-егеттәр тәшкил итә.
Республиканың Хеҙмәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, өлкәндәр араһында инвалидлыҡҡа килтергән төп ауырыуҙар булып элеккесә яман шеш, ҡан әйләнеше системаһы, һөйәк-мускул системаһы ауырыуҙары, ҡолаҡ менән бәйле сирҙәр, психик тайпылыштар ҡала.
Башҡортостанда инвалидтарҙың айырым категорияларын реабилитациялауға сертификаттар тапшырыла. Йыл һайын II һәм III төркөм инвалидтары һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн 1715 сертификат (йыллыҡ бюджеты - 90 млн. һум) биреү күҙаллана. Сертификаттың номиналы 52 мең һум тәшкил итә, ул 2 ай ғәмәлдә буласаҡ.
Уҙған йылда инвалид балаларҙы реабилитациялауға дөйөм суммаһы 95 миллион һумдан ашыуға 2282 сертификат тапшырылған. Был сараны тормошҡа ашырыу осоронда (2019 йылдың сентябренән 2023 йылдың 1 декабренә тиклем) дөйөм суммаһы 450 мең һумға яҡын 10 765 реабилитация сертификаты бирелгән. Төбәк тәжрибәһе күрһәтеүенсә, был ярҙам сараһы инвалид балаларҙы реабилитация хеҙмәттәренә шулай уҡ социаль хеҙмәтләндереү өлкәһенә дәүләткә ҡарамаған сектор ойошмаларын йәлеп итергә мөмкинлек бирә.
Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кеше өсөн ҡыҙыҡлы мәҙәни һәм спорт ваҡиғаларында ҡатнашыу ҙур ярҙам булып тора, уларға үҙҙәрен ҙур донъяның бер өлөшө итеп тойорға мөмкинлек бирә, йәмғиәт өсөн файҙалы һәм ҡыҙыҡлы кеше булырға ярҙам итә.
Һаулыҡ мөмкинлектәре сикле кешеләр тураһында хәстәрлек йылында Башҡортостанда ишетеү һәләте буйынса инвалидтар өсөн IX Бөтә Рәсәй йәштәр форумы кеүек мөһим саралар уҙғарылды. Форум июлдә “Патриот” хәрби-патриотик паркында уҙҙы. Уның сиктәрендә шулай уҡ һаңғырауҙарҙың “Күп йөҙлө Рәсәй” милли мәҙәниәте күргәҙмәһе, терәк-хәрәкәт аппараты зарарланған ғәриптәр араһында спорт туризмы буйынса “Туриада - Йүрүҙән-2024” XI Бөтә Рәсәй фестивале үтте. Ул йола буйынса республиканың Салауат районында Йүрүҙән йылғаһы буйында барҙы. Октябрҙә “Ҡаршылыҡтарҙы емереп” III Бөтә Рәсәй форум-күргәҙмәһендә Һаулыҡ мөмкинлектәре сикле кешеләр тураһында хәстәрлек йылына йомғаҡ яһаласаҡ.
Эйе, инвалидтарға ярҙам итеү мәсьәләләре Башҡортостан властарының социаль сәйәсәтенең төп бурыстарының береһе булып тора. Республика Башлығы Радий Хәбиров 2018 йылда тәғәйенләнгән тәүге көндәренән үк һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә ярҙам итеүҙе уның эшендә өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе булыуын телгә алды һәм ошоға бәйле саралар даими тормошҡа ашырыла.
Наталья ГУНЕНКОВА, "Феникс" мөмкинлектәр үҙәген ойоштороусы, йәмәғәт лидеры:
- Республика Башлығы тарафынан инвалидтарға, минең ише үҙенсәлекле бала ҡараған ғаиләләргә ярҙам итеү йәһәтенән төрлө дәүләт программалары булыуы ҡыуаныслы. Быйылғы йылда айырыуса был иғтибар көслө. Үҙебеҙ ҙә ҡул ҡаушырып, бар нәмәне дәүләттән көтөп ятмайбыҙ. Күптән түгел ҡаланың Тюленин урамындағы бинала шундай уҡ бала тәрбиәләгән Елена Габайдуллина менән күптән хыялланған “Феникс” мөмкинлектәр үҙәген астыҡ.
Был үҙәк һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн генә түгел, уларҙың әсәйҙәре өсөн дә мөһим. Ярҙамға мохтаж булған саҡта, бер минутҡа ла баланан айырыла алмаған әсәйҙәргә, үҙ мәшәҡәттәре менән йөрөгәндә баланы ҡалдырып тороу урыны бар. Шулай уҡ бында аралашыу даирәһен киңәйтергә, яңы һөнәр үҙләштерергә мөмкин. Үҙәктә тегеү, бәйләү, аш-һыу әҙерләү, балсыҡтан изделиелар яһау, балта оҫтаһы кеүек һөнәрҙәргә өйрәткән түңәрәктәр, оҫтаханалар эшләй.