Рәсми бүлек
19 Марта 2025, 11:31

Бурысыңды түләмәһәң...

Белорет районы яуыз түләмәүселәрҙе асыҡлауға һәм закон менән билдәләнгән яуаплылыҡҡа тарттырыуға йүнәлтелгән “Бурыслы” республика операцияһына ҡушылды. Саралар 20 мартта башлана.

Добавить в предпочтительные источники Google
Бурысыңды түләмәһәң...Бурысыңды түләмәһәң...
Бурысыңды түләмәһәң...

Ағымдағы йылдың 2 айында Рәсәй Эске эштәр министрлығының район буйынса бүлеге хеҙмәткәрҙәре (ЮХХДИ линияһы буйынса мәғлүмәттәрҙе иҫәпкә алмағанда) административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 831 эш төҙөгән, 350 мең һумдан ашыу суммаға штраф һалынған, 280 мең һум самаһы аҡса түләтелгән.

Полиция граждандарға Рәсәй Федерацияһының административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы Кодексының 20.25-се статьяһының 1-се өлөшөнә ярашлы, закон менән билдәләнгән ваҡытта административ штраф түләмәгән өсөн административ яуаплылыҡ ҡаралғанын иҫкә төшөрә. Был статьяның санкциялары ике тапҡыр штраф һалыуға, 15 тәүлеккә тиклем административ ҡулға алыуға һәм 50 сәғәткә тиклем мотлаҡ эштәргә килтерә.

Мәҫәлән, быйыл Рәсәйц  Федерацияһының административ хоҡуҡ боҙоуҙар Кодексының 20.25-се статьяһы буйынса 84 белорет кешеһе административ яуаплылыҡҡа тарттырылған. Шуларҙың 13-ө суд ҡарары буйынса административ язаны үтәүҙән ҡасҡан өсөн ике тапҡыр штраф түләргә мәжбүр була, 67 яуыз штраф түләмәүсегә ҡарата административ ҡулға алыу рәүешендә яза сараһы һайлана.

Рәсәй Эске эштәр министрлығының район буйынса бүлеге граждандарға административ штрафтарҙы ваҡытында түләүҙәрен һорап мөрәжәғәт итә. Административ штрафтар буйынса бурыстар тураһында мәғлүмәтте полиция бүлегендә: Белорет ҡалаһы, Точисский урамы, 6, 506-сы кабинетта белергә мөмкин.

Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн штрафтар тураһында мәғлүмәтте порталдың шәхси кабинеты аша - www.gosuslugi.ru, ЮХХДИ-ның рәсми сайтында электрон төрҙә, шулай уҡ Дәүләт Автоинспекцияһы бүлегендә: Блюхер урамы, 8, 2-се кабинетта алырға мөмкин.

“Бурыслы” иҫкәртеү саралары 27 мартҡа тиклем уҙғарыла.

Альбина НӘҮШИРБАНОВА, район буйынса эске эштәр бүлегенең административ ҡануниәтте үтәү буйынса төркөмдөң өлкән инспекторы.

Фото: БАШИНФОРМ.


 

Автор:Расима Салихова