Рәсми бүлек
26 Мая 2025, 10:28

Профилактик сара үтте

Профилактик әңгәмәләр үткәреү - мутлашыуҙы иҫкәртеүҙең мөһим сараһы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Профилактик сара үттеПрофилактик сара үтте
Профилактик сара үтте

Полиция хеҙмәткәрҙәре үҙәк район клиник дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре менән мутлашыуға ҡаршы көрәш тураһында һөйләшеү үткәрҙе.

Медицина хеҙмәткәрҙәре алдында Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының хеҙмәт миграцияһы мәсьәләләре буйынса бүлек начальнигы, полиция подполковнигы Сергей Лукьянов сығыш яһаны. Ул табиптарға кешеләрҙең мутлашыусыларға күсергән аҡсаларының арта барыуы тураһында һөйләне. Шулай уҡ был енәйәттәрҙең төрлө төрҙәре һәм ысулдарын атап китте. Дауахана хеҙмәткәрҙәре өсөн фишинг сайттары, төрлө “хәүефһеҙ иҫәп-хисаптар” һәм  еңел эш хаҡы тураһында мәғлүмәттәр файҙалы булды.

Медицина хеҙмәткәрҙәре үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе һәм сит кешеләр менән аралашып, үҙ-үҙеңде нисек һаҡларға кәрәклеге тураһында файҙалы кәңәштәр алды.

Осрашыу аҙағында район буйынса эске эштәр бүлегенең миграция мәсьәләләре буйынса бүлек начальнигы, полиция майоры Римма Абзалова сығыш яһаны. Ул Эске эштәр министрлығының район буйынса бүлегендәге вакансиялар, эштең өҫтөнлөктәре һәм кәрәкле критерийҙар хаҡында һөйләне. Дауахана хеҙмәткәрҙәре өсөн был мәғлүмәт шулай уҡ файҙалы булды, сөнки уларҙың күбеһенең киләсәктә полицияла эшләү  тураһында уйлаған яҡындары бар.

Ксения СУЧКОВА, район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.

 

 

Автор:Расима Салихова