Рәсми бүлек
4 Июня 2025, 11:35

Йәштәр торлаҡлы булды

Муниципаль район хакимиәтендә район  хакимиәте башлығы Азат Хәкимов етем балалар категорияһындағы граждандарға торлаҡ һатып алыуға сертификаттар тапшырҙы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Йәштәр торлаҡлы булдыЙәштәр торлаҡлы булды
Йәштәр торлаҡлы булды

 Һәр сертификаттың суммаһы - 3 миллион 600 мең һумдан ашыу.

Александр Хәйбуллин - үҙмәшғүл, фатирҙарҙы ремонтлау менән шөғөлләнә. Рәмис Мусин янғын һүндереүсе булып эшләй. Егеттәр фатир алғас, ғаилә ҡорорға йыйыналар.

Шулай уҡ үҙәк район клиник дауаханаһында эшләгән табиптар ғаиләһенә - Гүзәл һәм Денис Хәбировтарға хеҙмәт фатиры асҡыстары тапшырылды. Денис сығышы менән Күмертауҙан, Белоретта бер йылдан ашыу эндоскопсы булып эшләй, Гүзәл - Өфө ҡыҙы, 5 йылдан ашыу перинаталь үҙәктә акушер-гинеколог булып эшләй. Йәштәр бер юғары уҡыу йортонда уҡый һәм Эльбрусҡа күтәрелеүгә әҙерлек ваҡытында танышалар. Икеһе лә әүҙем ял итергә ярата, йыш ҡына Белорет районы буйлап сәйәхәт итәләр. Хәбировтар Белоретта 7 йыл эшләгән осраҡта, улар уны милеккә рәсмиләштерә ала.

 

Автор:Расима Салихова