

Полиция хеҙмәткәрҙәре граждандарға мутлашыусыларҙың ҡорбаны булмаҫҡа кәңәш бирә:
- Таныш булмаған кешеләргә, хатта улар социаль хеҙмәттәр, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм башҡалар хеҙмәткәрҙәре булып танытһа ла, ишекте асмағыҙ. Шылтыратып, был белгесте һеҙгә ебәргәндәрме-юҡмы икәнен асыҡлағыҙ.
- Әгәр һеҙгә шылтыратып, туғанығыҙҙың йәки танышығыҙҙың бәләгә тарыуы йәки юл-транспорт ваҡиғаһына эләгеүе тураһында хәбәр итеп, бының өсөн залог, штраф түләргә, ҡиммәтле дарыуҙар һатып алырға һ.б. тиһәләр, ышанмағыҙ. Был алдаҡ. Әңгәмәне туҡтатырға һәм туғандарығыҙға шылтыратырға, уларҙың барыһы ла яҡшымы-юҡмы икәнен белергә тырышығыҙ.
- Таныш булмаған кеше отош, банк картаһын ябыу тураһында хәбәр итә йәки тауарҙарҙы һәм таблеткаларҙы түбән хаҡҡа һатып алырға тәҡдим итә, үҙен табип тип таныштыра һәм һеҙҙең “ауырыуҙар” менән ҡыҙыҡһынып, һеҙҙең өйҙә үҙ хеҙмәтен күрһәтергә тәҡдим итә? Ышанмағыҙ, улар - мутлашыусылар.
- Махсус белемгә эйә булмайынса биржа һәм инвестиция проекттарында ҡатнашмағыҙ.
- Таныш булмаған кешеләргә аҡса күсермәгеҙ, бигерәк тә телефон мутлашыусыларының төрлө һылтауҙары менән кредит алмағыҙ. Әгәр банк йәки хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәренән шылтыратыу килһә, трубканы ҡуйығыҙ. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ, мутлашыусылар ялған номерҙар ҡуллана ала.
- Социаль селтәрҙәрҙә аралашҡанда һаҡ булығыҙ. Таныштарығыҙҙан шикле хәбәрҙәр алһағыҙ, улар менән шәхси номерығыҙ буйынса бәйләнешкә инегеҙ. Шикле һылтанмалар һәм тикшерелмәгән сайттар аша инмәгеҙ.
- Шәхси мәғлүмәттәрегеҙҙе һәм картағыҙҙың реквизиттарын бер кемгә лә тапшырмағыҙ.
Әгәр һеҙгә ҡарата енәйәт ҡылынһа, 102, 112 номерҙары буйынса полицияға мөрәжәғәт итегеҙ.
Район буйынса эске эштәр бүлеге.