Рәсми бүлек
20 Августа 2025, 11:50

Наркотик менән тотолғандар

Пост-патруль хеҙмәте һәм юл хәрәкәте хеҙмәте хәүефһеҙлеге хеҙмәткәрҙәре наркотик матдәләр менән ике ирҙе ҡулға алды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Наркотик менән тотолғандарНаркотик менән тотолғандар
Наркотик менән тотолғандар

16 августа төндә пост-патруль хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре урман массивында 36 йәшлек ирҙе туҡтата. Шәхси тикшереү ваҡытында онтаҡ матдә һалынған пакет табыла һәм тартып алына. Ғәйепләнеүсе был наркотик матдәне шәхси ҡулланыу өсөн алғанын аңлата.

Шул уҡ төндә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре 28 йәшлек ирҙе туҡтата. Уны шәхси тикшереү барышында шулай уҡ онтаҡ матдә менән пакет табыла.

Экспертиза күрһәтеүенсә, төргәктә 1,3 г һәм 1,5 г наркотик матдәләр булған.

Был факттар буйынса Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 228-се статьяһының 2-се өлөшөндә ҡаралған енәйәт билдәләре буйынса енәйәт эштәре ҡуҙғатылған (наркотикты законһыҙ һатып алыу һәм һатыу маҡсатыһыҙ һаҡлау).

Полиция граждандарға наркотик, психотроп йәки наркотик матдәләр булған үҫемлектәрҙе һаҡлау, ташыу, әҙерләү, таратыу факттары тураһында Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының “Ышаныс телефоны” на 8(347) 279-32-92 шылтыратып, хәбәр итә алыуын иҫкә төшөрә.

Ксения СУЧКОВА, район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.

Автор: