Рәсми бүлек
2 Сентября 2025, 04:35

Реклама сайттары хәүефле

Белорет кешеһе бетон һатып алырға теләп, аферистҡа 26 мең һум аҡса күсергән.

Добавить в предпочтительные источники Google
Реклама сайттары хәүефлеРеклама сайттары хәүефле
Реклама сайттары хәүефле

Рәсәй Эске эштәр министрлығының районы буйынса дежур бүлегенә урында йәшәүсе кеше, билдәһеҙ кешенең 26 мең һум аҡсаһын мутлыҡ юлы менән тартып алыуы тураһында ғариза менән мөрәжәғәт итте.

Ғариза биреүсе әйтеүенсә, ул төҙөлөш ҡатнашмаһын һатып алырға теләгән һәм шундай иғлан тапҡан. Һатыусының сәхифәһендә тик ыңғай баһалар ғына була, шулай уҡ төҙөлөш материалдарын һатыу менән шөғөлләнгән ойошма күрһәтелә. Килешеүҙең бөтә нескәлектәрен тикшергәндән һуң, 24 йәшлек ир алдан аҡсаһын түләгән. Әммә, уның ғәжәпләнеүенә, һатыусы шунда уҡ иғланын һәм үҙенең профилен юйып ташлай.

Махсус ойошманан был һатыусы тураһында аныҡлап һорашҡас ҡына, ир уның аҡсаһын мутлашыусы алғанын аңлай.

Был факт буйынса РФ Енәйәт кодексының 159-сы статьяһының 2-се өлөшө буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Хөрмәтле граждандар! Интернетта килешеүҙәр төҙөгәндә уяу булығыҙ. Бер кемгә лә СМС-хәбәрҙәргә килгән кодтарҙы һәм шәхси мәғлүмәттәрегеҙҙе тапшырмағыҙ. Бер ниндәй шарттарҙа ла аҡсаны билдәһеҙ иҫәптәргә күсермәгеҙ.

Ксения СУЧКОВА, район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.

 

 

Автор: