-4 °С
Болотло
Бының турала Иҫәп палатаһының «РФ Социаль страховкалау фондының 2022 йылға һәм планлы 2023-2024 йыл ваҡытына бюджеты тураһында» ҡарарына һылтанма биреп, ТАСС хәбәр итә.
Бөгөнгә пособиеның минималь күләме 7 083 һум, максималь — 29 600 һум булып тора. Документта күренеүенсә, йәш ярымға тиклем баланы ҡарауға ай һайын түләнгән пособиеларға сығымдар 169,5 млрд һум тәшкил итәсәк.
Бынан тыш, 1 февралдән бала тыуғанда бер тапҡыр түләнгән пособие 5,8%-ҡа индексланасаҡ һәм 19 981 һумға етәсәк. Ил буйынса ул 19,8 млрд һум күләменә барып етәсәк. Әлеге ваҡытта был пособие 18 886 һум тәшкил итә.
Фото: tuapsevesti.ru