Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
20 Сентябрь , 17:30

Өс кеше коронавирустан вафат булған

Башҡортостанда тәүлек эсендә коронавирус йоҡтороуҙың 797 осрағы асыҡланған.

Өс кеше коронавирустан вафат булған
Өс кеше коронавирустан вафат булған

Был хаҡта 20 сентябрҙә республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итте.

Ведомство мәғлүмәте буйынса, 301 пациент, шул иҫәптән 60 йәштән өлкән 201 кеше стационарҙа дауалана. Ун кеше ауыр хәлдә, бер пациент үпкәне яһалма елләтеү аппаратында.

Ә 3 983 кеше өйөндә мәкерле сиргә ҡаршы көрәшә, уларҙың 1121-е – оло йәштәгеләр.

Бер тәүлектә 792 кеше һауығып сыҡҡан. Ошо уҡ ваҡыт эсендә өс үлем осрағы теркәлгән.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас в