Социаль өлкә
25 Июня 2025, 07:49

Сентябрҙә өҫтәмә һайлауҙар үтә

Быйыл Башҡортостанда 14 сентябрҙә 122 һайлау кампанияһы була. Атап әйткәндә, Белорет һәм Бөрө ҡала советтары, Өфө районының Йоматау ауыл советы депутаттарын һайлау, район советтарына 16 өҫтәмә һайлау, ҡала советтарына 5 өҫтәмә һайлау, ауыл советтары депутаттарын өҫтәмә һайлау буйынса 98 кампания ойошторола. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Сентябрҙә өҫтәмә һайлауҙар үтәСентябрҙә өҫтәмә һайлауҙар үтә
Сентябрҙә өҫтәмә һайлауҙар үтә

Ҡала биләмәләре Советтары - 2 компания (40 мандат), ауыл биләмәләре Советтары депутаттарын - 1 компания (10 мандат) һайлау планлаштырыла. Бынан тыш, 2025 йылдың 6 июненә ҡарата муниципаль район Советтарына - 15 компания (17 мандат), ҡала биләмәләре Советтарына - 6 кампания (8 мандат), ауыл биләмәләре Советтарына өҫтәмә һайлауҙар - 108 компания (134 мандат) ҡаралған.

Белорет районында ла бер нисә һайлау участкаһының яңы составы булдырылды. Белорет ҡалаһы, Үрге Әүжән һәм Егәҙе ауыл Советтары биләмәләрендә һайлау участкаларының сиктәрен аныҡлау, шулай уҡ һигеҙ һайлау участкаһының участка һайлау комиссиялары (1297-се, 1299-сы, 1303-сө, 1304-се, 1315-се, 1316-сы, 1319-сы, 1320-се) ваҡытынан алда туҡтатыу менән бәйле, Белорет районында бер нисә һайлау комиссияһының яңы составы булдырыла. Һанап кителгән һигеҙ комиссиянан 6-һы ойошторола, 1315-се һәм 1316-сы, шулай уҡ 1319-сы һәм 1320-се участка һайлау комиссиялары берләштерелә.

Шулай итеп, 1297-се, 1299-сы, 1303-сө, 1304-се, 1315-се һәм 1320-се участка һайлау комиссияларының яңы составтары булдырылды. 1297-се - 7, 1299-сы - 9, 1303-сө - 16, 1304-се – 9, 1315-се - 12 һәм 1320-се һайлау комиссияһы составына хәл иткес тауыш хоҡуғына эйә 9 комиссия ағзаһы инә. Бөтәһе 62 һайлау комиссияһы ағзаһы сәйәси партияларҙан хәл иткес тауыш хоҡуғына эйә. "Берҙәм Рәсәй", КПРФ, "Ғәҙел Рәсәй", ЛДПР, "Яңы кешеләр", "Йәшелдәр", шулай уҡ эш һәм йәшәү урыны буйынса һайлаусылар йыйылышы тарафынан тәҡдим ителә. Уларҙың вәкәләтлек срогы 5 йыл тәшкил итә.


Башҡортостан Республикаһы Белорет районы муниципаль районының территориаль һайлау комиссияһы.

Автор: