Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
13 Ғинуар 2022, 17:10

Башҡортостанда 3 йәшкәсә балаларҙы шәхси балалар баҡсаларына йөрөтөү өсөн 6 мең һум бирелә

Башҡортостанда муниципаль балалар баҡсаһындағы урынға дәғүә иткән ғаиләләр балаларын шәхси балалар баҡсаһына йөрөтә ала. Бында ата-әсәләр ғәҙәти балалар баҡсаһындағы кеүек үк түләй, ҡалған өлөшөн бюджет индерә. Был нисек эшләй?

Башҡортостанда 3 йәшкәсә балаларҙы шәхси балалар баҡсаларына йөрөтөү өсөн 6 мең һум бирелә
Башҡортостанда 3 йәшкәсә балаларҙы шәхси балалар баҡсаларына йөрөтөү өсөн 6 мең һум бирелә

Муниципаль балалар баҡсаһында әлегә урыны булмаған ике айҙан өс йәшкә тиклемге балаларҙың ата-әсәһе йәки законлы вәкилдәре компенсация, йәғни шәхси балалар баҡсаһы өсөн сертификат алырға хоҡуҡлы.

Сертификаттың күләме – бер балаға айына 6000 һум. Дәүләт балалар баҡсаларындағы кеүек үк, ата-әсәләр ҙә үҙ өлөшөн түләй, Өфөлә иһә көнөнә – 153 һум. Һөҙөмтәлә ата-әсәләр муниципаль балалар баҡсаһына ҡарағанда күберәк түләмәй.

Сертификат алыу өсөн ғаризаны бер нисә ысул менән бирергә мөмкин.

Сертификатты аҡсалата алып булмай. Аҡса туранан-тура бала йөрөгән шәхси балалар учреждениеһы иҫәбенә күсерелә.

Сертификат алыу өсөн баланың ата-әсәһенә «Дәүләт хеҙмәттәре» порталында ғариза бирергә, күп функциялы үҙәккә йәки райондың мәғариф бүлегенә мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Фото: zen.yandex.ru

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас в