Барыһы ла Еңеү өсөн
10 Сентября 2025, 08:06

Ярҙамығыҙ мөһим!

Инйәр ауылы хакимиәтенә ҡараған ауылдар халҡы махсус хәрби операциялағы яугирҙарға даими ярҙам итеүен дауам итә. Бигерәк тә, Инйәр төбәгендә йәшәүселәр техника менән ярҙам итергә тырыша.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ярҙамығыҙ мөһим!Ярҙамығыҙ мөһим!
Ярҙамығыҙ мөһим!

Яңыраҡ Ноҡат ауылы старостаһы Вил Солтанов  коляскалы мотоциклын әүҙем ауылдаштары ярҙамы менән махсус хәрби операция зонаһына оҙатһа, Инйәрҙән Әлмира һәм Рөстәм Харисовтар ғаилә милке булған “УАЗ” автомобилен “Башҡортостан” 31-се мотоуҡсылар полкына, атап әйткәндә, “Вольный” ҡушаматлы яугирға инселәп, тапшырҙы.

-       Илебеҙ неонацизмға ҡаршы көрәш алып барғанда, беҙ ҙә, тылдағылар, ситтән генә күҙәтеп ултыра алмайбыҙ. Һәр яҡлап ярҙам итергә тырышабыҙ. Шуның менән көслөбөҙ ҙә инде. Дуҫым: “Рөстәм, таныш егеттәргә автомобиль кәрәк, ярҙам итеп ебәрәйекме?!”, - тигәс тә бер ниндәй икеләнеүһеҙ автомобилде фронтҡа ебәрергә ҡарар иттек. Ил тыныслығы өсөн көрәшкән егеттәргә ярҙам булһын.  Әйткәндәй, ҡул оҫтаһы Денис Сөнәғәтов үҙе лә яугир яҡташтарға “УАЗ” автомобилен оҙатҡан ине инде, - тине Рөстәм Тимерйән улы.

Инйәрҙәр бергәләшеп кәрәкле автозапчастар алып, машинаны ремонтлай. Ә Айгиз Ғүмәров иһә машинаны Өфөгә алып барырға ярҙам итә. Быға тиклем “Айғыр” тау приюты мәнфәғәтенә файҙаланылған уазик артабан да махсус хәрби операциялағыларға ярҙам итеп, Еңеүгә ҙур өлөш индереренә автомобиль хужалары Әлмира һәм Рөстәм Харисовтар ышана.  

Инйәрҙәргә ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, афариндар! Ярҙамығыҙ бик мөһим!

Автор: