

Ситдиковтарҙың бөтә ғаиләһе хәрби хеҙмәт менән бәйле. Ғаилә башлығы Иштуған Ғофран улы отставкалағы прапорщик, авиацияла механик булып хеҙмәт итә, тормош иптәше Рәсилә Ғәйнетдин ҡыҙы ла радиотелефонист булып эшләй. Уларҙың ике улы хәҙер махсус хәрби операция зонаһында. Өлкәндәре Айнур, бронгә ҡарамаҫтан, 2022 йылда махсус хәрби операцияға китә. "Башҡортостан" полкының штурмлау отрядына эләгә. 2023 йыл аҙағында Айнур Ситдиҡов Ҡыҙыл Лиман йүнәлешендәге хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша. Рядовой Ситдиков дошмандың мөһим позицияларын штурмлағанда батырлыҡ күрһәтә. Бынан тыш, ул ВСУ-ның 6 әсирен ҡулға төшөрә. "Батырлыҡ өсөн", II дәрәжә Батырлыҡ өсөн, генерал Шайморатов миҙалдары менән бүләкләнгән. Кинйәләре Альберт та ошо йылдың июлендә махсус хәрби операцияға юллана.
Алғы һыҙыҡта машиналар һәр ваҡыт етешмәй. Һәм Иштуған Ситдиҡов бындай машина хәҙер махсус операциялар зонаһында неонацистар менән көрәшкән яугирҙарға кәрәк, тип ҡарар итә.
“Мине хәрби операцияға алманылар, әммә балаларға нисек булһа ла ярҙам итергә теләйем. Яугирҙарға шәхси машинамды бирергә булдым. Машина менән файҙаланһындар, уларға нығыраҡ кәрәк, - ти Иштуған Гофран улы.
- Иштуған Ситдиҡов үҙе тураһында яҙырға ризалашманы, әммә был барыбыҙ өсөн дә өлгө булып торорға тейеш, тип иҫәпләйем. Матур улдар, лайыҡлы Ватан һаҡлаусылары тәрбиәләгәнегеҙ өсөн рәхмәт. Ирҙәрсә ҡылығың өсөн рәхмәт, - тине район хакимиәте башлығы Азат Хәкимов социаль селтәрҙәрҙә.