Ҡан баҫымын бик яҡшы көйләүсе. Эҫе итеп эселгән каркаде ҡан баҫымын көсәйтә, һыуынғаны, киреһенсә, баҫымды кәметә. Шуға күрә әҙерләү ысулын үҙегеҙҙең хәлегеҙгә ҡарап һайлағыҙ.
С витаминына бай булған был сәй ҡан тамырҙарын дауалай.
Сәскә таждарын сәйҙе эсеп бөткәс ташларға ҡабаланмағыҙ, сөнки ул аминокислоталарға, минералдар һәм витаминдарға бай. Шулай уҡ салаттарға өҫтәп ебәрергә йәки шул көйөнсә ашарға була.
Каркаде сәйен бауыр сире булғанда эсергә мөмкин, холестерин кимәлен нормаға килтергәндә лә файҙалы. Баш мейеһе спазмдарын алыу сифатына ла эйә. Организмдың хәл-көсөн яйлау эффекты көслө.
Бер ҡасан да эшкә һанамай үтеп китмәгеҙ, мотлаҡ рәүештә алып эсеп ҡарағыҙ. Уны цикорий, йәшел, үлән сәйҙәре менән төрлөләндерегеҙ.
Ихлас күңел менән, рәхәтләнеп,баллап, шифаһын күреп үткәрегеҙ сәй эсеү церемонияһын.
Фото: opolzeivrede.ru