Мәғариф
28 Января 2025, 09:07

Әкиәт – тәрбиә нигеҙе

Тәрбиәүи һәм белем биреүҙең йыллыҡ  эш планына ярашлы, “Тирмәкәй” башҡорт балалар баҡсаһында "Әкиәт донъяһында" аҙналығы тип иғлан ителде.

Добавить в предпочтительные источники Google
Әкиәт – тәрбиә нигеҙеӘкиәт – тәрбиә нигеҙе
Әкиәт – тәрбиә нигеҙе

Сөнки әкиәт жанрының бала тәрбиәләүҙәге әһәмиәте ифрат ҙур. Ауыҙ-тел ижадының был төрө  уларҙы әхлаҡи-рухи яҡтан ғына үҫтереп ҡалмай, ә донъяны танып-белеү һәләтен, телмәрен, фантазияһын, фекерләү ҡеүәһен, хәтерен үҫтерә.

Аҙналыҡ бик күңелле үтте. Төркөмдәрҙә был темаға ҡағылышлы төрлө саралар ойоштороуҙан тыш, тәрбиәсе апайҙары кескәй дуҫтарын әкиәт тә сәхнәләштереп ҡыуандырҙы. Балаларҙың йәш үҙенсәлегенән сығып кескәйҙәр һәм уртансылар төркөмө өсөн "Тирмәкәй", ә өлкәндәр һәм мәктәпкә әҙерлек төркөмө өсөн "Шаян бесәй" әкиәтен әҙерләне улар. Матурлығы, зауыҡлығы менән тамашасыны үҙенә әллә ҡайҙан йәлеп итеп торған декорация, сағыу музыкаль биҙәлеш, үҙенә тәғәйен герой образын оҫта итеп сағылдыра белгән артистар – ошоларҙың барыһы бер бөтөнгә әйләнгәндә генә сәхнәгә сығарылған әҫәр  уңышлы килеп сыға. “Тирмәкәй” педагогтары  Рәйлә Минһажева, Эльвира Рамазанова, Гөлназ Әпҡадирова, Зәлиә Ғәйфуллина, Зөлфиә Сәлихова, Вәсилә Моратова, Гөлгөнә Хөснитдиновалар  маҡсатҡа ирештеләр –  ике әкиәт тә кескәй тамашасыларҙың күңеленә хуш килде. Улар әкиәттәрҙе ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡыуана-ҡыуана ҡараны, тәрбиәсе апайҙарын дәррәү алҡыштарға күмде һәм тағы ла әкиәт ҡуйыуҙарын һораны.

Зөлфиә СӘЛИХОВА,

тәрбиәсе.

Автор: