Бөтә яңылыҡтар
9 МАЙ. ХӘТЕР
9 Май 2022, 21:23

Изгеләрҙән-изге байрам

Рысыҡай ауылында 77-се Еңеү яҙы «Үлемһеҙ полк» парадынан башланып китте.

Изгеләрҙән-изге байрам
Изгеләрҙән-изге байрам

Уҡытыусылар Лилиә Әфләтунова һәм Гөлкәй Канафина етәкселегендә байрам транспаранттары, һуғыш һәм тыл ветерандары – олатай, өләсәйҙәренең фотоларын тотҡан уҡыусылар – еңеүселәрҙең вариҫтары – ауыл урамынан үтеп, мәҙәниәт йорто янына йыйылды. Уҡыусылар һуғыш темаһына арналған шиғырҙар һөйләне, йырҙар йырланы,
Яугирҙарҙы бер минут тын ҡалып, иҫкә алғандан һуң, Сосновка ауыл хакимиәте башлығы Азамат Мөхәмәтйәров, ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Хәлимә Әфләтунова  барыһын да бөйөк байрам менән ҡотлап, кескәйҙәргә изге теләктәрен еткерҙе.
«Һәр йортҡа ла ишек ҡаҡҡан ҡәһәрле һуғыш бүтән ҡабатланмаһын, илебеҙ тыныс, күгебеҙ аяҙ булһын, киләсәк быуын бәхетле йәшәһен», - тине сығыш яһаусылар. Хәлимә Мостафа ҡыҙы яу яланында һәләк булған, шулай уҡ тылда еңеү яҡынайтыу өсөн тир түккән яҡын туғандарына арнап яҙған шиғырын уҡыны. Митингыла ҡатнашыусылар Еңеү яулап ҡайтыусылар өсөн ҡуйылған стелаға сәскәләр, венок һалды.
Байрамды мәҙәниәт йорто һәүәҫкәрҙәренең, уҡыусыларҙың бай йөкмәткеле концерты биҙәне. «Йондоҙсоҡтар» ансамбле башҡарған йырҙар, патриотик шиғырҙар, бейеүҙәр, ҡурай моңдары, «Ҡалаҡсылар» ансамбле сығышы тамашасы күңеленә

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: