

“Еңеү диктанты-2023” Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә үткәрелгән тестың 6-сы вариант 22-се һорауы был.
Бөгөн Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәрендә “Еңеү диктанты» Бөтә Рәсәй акцияһы уҙҙы. Азатлыҡ һуғышында ҡатнашыусылар алдында баш эйергә, фронтта һәм ауыр тыл һынауҙарында сыҙамлыҡ һәм рух ныҡлығы күрһәткән быуын тураһында иҫтәлектәрҙе быуындан-быуынға тапшырырға тейешбеҙ. Ошо уңайҙан ойошторолған “Еңеү диктанты” ла тап тарихи хәтерҙе һаҡлау, киң йәмәғәтселекте Бөйөк Ватан һуғышы тарихын өйрәнеүгә йәлеп итеү, тарихи белемде арттырыу һәм йәштәргә патриотик тәрбиә биреү маҡсатында уҙғарылған акцияға белореттар ҙа әүҙем ҡушылды. Район-ҡалала “Еңеү диктанты”н яҙыу өсөн һигеҙ майҙансыҡ эшләне. Улар ҡаланың 14-се гимназияһында, 1-се, 3-сө, 16-сы, 21-се һәм райондың Сермән, Йөйәк һәм Тирлән мәктәптәрендә үтте.
Диктант тест формаһында үткәрелде. Бөтә ҡатнашыусыларға ла 45 минут эсендә 25 эште башҡарып сығырға тәҡдим ителде. Унда төрлө характерҙаы һорауҙар булды: текста төшөп ҡалған һүҙҙәрҙе ҡуйырға, килтерелгән өҙөккә нигеҙләнеп, ҡаланы, ваҡиғаны йәки хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыны атарға. Ҡайһы берҙәре Бөйөк Ватан һуғышына арналған нәфис фильмдар һәм монументтарға ҡағылышлы ине.
Диктант башланыр алдынан һәр ҡатнашыусыға баҫылып сыҡҡан диктант материалдарының шәхси комплекттары, шул иҫәптән эштәр һәм диктантты тултырыу өсөн бланктар тапшырылды, уны тултырыу буйынса телдән инструкция үткәрелде.
- Һорауҙар ҡатмарлы булды. Ҡайһы бер һорауҙар Берҙәм дәүләт имтиханына ҡағылмай. Әммә эштәрҙе атҡарып сыҡтым, тип уйлайым. Сермән мәктәбендә белем биргән тарих уҡытыусыма рәхмәтлемен. Алған белемем йөкләмәләрҙе үтәргә ярҙам итте, - ти БДИ-нан тарих фәнен һайлаған Сермән мәктәбенең сығарылыш класы уҡыусыһы Рүмиә Нәбиуллина.
Уҡытыусыһы Раушания Хамматова әйтеүенсә, тарих – ҡыҙҙың мәктәптә яратҡан фәндәренең береһе. “Еңеү диктанты”нда ҡайһы бер һорауҙар ҡыйынлыҡ тыуҙырһа ла, ул бөтә һорауҙарға ла дөрөҫ яуап табырға тырышты.
- “Сермән мәктәбе майҙансығында “Еңеү диктанты” тәүге тапҡыр үтеүгә ҡарамаҫтан, ҡатнашырға теләүселәр байтаҡ булды. Сермән мәктәбе тәжрибә майҙансығы булғас, быйылға өлкән класс уҡыусыларын алырға тырыштыҡ. Тарих фәненән Бөйөк Ватан һуғышына арналған бүлек тә өлкән кластарҙа ғына башлана бит. Ғөмүмән, уҡыусылар менән төрлө һуғыш темаһына арналған конкурстар-олимпиадаларҙа ҡатнашып торабыҙ. Бөгөнгө акцияла 20 X-XI класс уҡыусыһы белемен һынап ҡараны. Һөҙәмтәләр ҡәнәғәтләнерлек булыр, тип уйлайым, - тине Раушания Сәғит ҡыҙы.
Бишенсе йыл үткән “Еңеү диктанты” - илебеҙҙең иң матур йолаһына әүерелде. Был Бөйөк Ватан һуғышы тураһында белемде тикшереү, хәтерҙе яңыртыу өсөн яҡшы мөмкинлек һәм данлыҡлы үткәнебеҙҙе данлау, уны киләсәккә еткереү ул.