Ленин урамындағы 27, 29-сы йорттар, Киров урамындағы 60, 62, 64 - се, Силәбе урамындағы 7, 11 (Октябрь биҫтәһе), Коммунальный урамындағы 25-се йорт, Тюленин урамындағы 1а, 1-се йорттар ихаталары күҙгә күренеп матурайҙы, яңы тѳҫ алды. Был үҙгәрештәрҙе күргән, шул йорттарҙа йәшәгән кешеләр ҙә бик шат. Тѳҙѳкләндерәһе ихаталар күп. Һәр ихатаны тѳҙѳкләндереү ѳсѳн 7 миллиондан ашыу аҡса кәрәк. Был эштә эшҡыуарҙар, меценаттар ҙа ярҙам итә. Программа 6 йылға, 2019 йылдан алып 2024 йылға тиклем иҫәпләнгән. Башҡортостан Республикаһы территорияһында урынлашҡан күп фатирлы йорттарҙа йәшәгән граждандарҙың тормош шарттарын яҡшыртыу, йорт яны ихаталарында уңайлы мөхит булдырыу маҡсаты күҙ уңында тотола. Программаның кураторы булып Башҡортостан Республикаһының Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы тора. Программаны тормошҡа ашырыу процесы өсөн эштәргә заказ биреүсе булараҡ, муниципаль берәмектәр яуаплы.
Автор: Сатура Минһажитдинова.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан#Белорецк #БашкирскиеДворики #Благоустройство #МинЖКХРБ#БлагоустройствоБелорецка