Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
2 Декабрь 2022, 12:31

Радий Хәбиров указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, шулай уҡ уларҙың ғаилә ағзалары өсөн йорттарға газ үткәргән ойошмаларҙың сығымдарын өлөшләтә компенсациялауға сертификаттар менән тәьмин итеү тураһында указға ҡул ҡуйҙы.

Радий Хәбиров  указға ҡул ҡуйҙы
Радий Хәбиров указға ҡул ҡуйҙы

Тейешле документ республиканың хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

Шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына һәм хәрби хәрәкәттәр инвалидтарына, Рәсәй Федерацияһының Башҡортостан Республикаһы буйынса милли гвардияһы яугирҙәренә, йән башына уртаса килеме йәшәү минимумынан кәмерәк булған һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар тәрбиәләгән ғаиләләргә, ошо уҡ категорияға ҡараған инвалидтарға һәм күп балалы ғаиләләргә газ үткәреү өсөн сығымдарҙың бер өлөшө кире ҡайтарыла.

Махсус операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә башҡа ярҙам саралары тураһында «Башинформ» лонгридында уҡығыҙ.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: