Милли проекттар
12 Сентября 2024, 10:41

Яңы спорт майҙансығы төҙөлә

Октябрьский биҫтәһендә яңы спорт майҙансығы төҙөлә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Яңы спорт майҙансығы төҙөләЯңы спорт майҙансығы төҙөлә
Яңы спорт майҙансығы төҙөлә

Майҙансыҡ 8-се мәктәпте реконструкциялауҙың икенсе этабы сиктәрендә төҙөлә, ул мәктәп һәм "Ровесник" үҫмерҙәр клубы араһында урынлашҡан. Унда теннис, волейбол, баскетбол һәм футбол майҙансыҡтары, спорт снарядтары, шулай уҡ оҙонлоҡҡа һикереү буйынса нормативтарҙы тапшырыу зонаһы һәм йүгереү юлдары буласаҡ.

Балаларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн майҙансыҡ тирәләй ҡойма һәм видеокүҙәтеү ҡоролмаһы ҡуйылған. Был майҙансыҡ мәктәп уҡыусылары өсөн генә түгел, ә биҫтәлә йәшәүселәргә спорт менән шөғөлләнеү өсөн шәп урын буласаҡ.

Эштәрҙе быйыл тамамлау планлаштырыла. Төҙөлөштө "Геострой" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте алып бара.

 

Автор:Эльвира Хамзина