+1 °С
Облачно
Быға тиклем ауыл биләмәһендә социаль әһәмиәтле проблемаларҙы асыҡлау буйынса дөйөм йыйылыш һәм халыҡтан һорау алыу үткәрелде.
Йомғаҡлау йыйылышында ауыл халҡы "Тирлән балалар баҡсаһы ҡоймаһын ремонтлау" проектының бурыстарын, муниципалитет һәм халыҡтан ҡушма финанслау суммаһын билдәләне. Проектты ауыл халҡы бер тауыштан хупланы.
Беҙ, тирләндәр, 2025 йылда дөйөм тырышлыҡ менән конкурста еңеү яуларға һәм ошо проектты тормошҡа ашырырға өмөтләнәбеҙ.
Лилиә БАБЕНКО,
Тирлән балалар баҡсаһы мөдире.