Ҡайһы заманды ғына алһаң да, тимер юлы иң уңайлы һәм хәүефһеҙ транспорт төрө булып ҡала. Йәмғиәттең социаль-иҡтисади үҫеше лә тимер юлдарҙың тотороҡло эшләүенә тығыҙ бәйләнгән. Ҡорос магистралдәр хәҙерге шарттарҙа ла транспорттың киң ҡулланылған һәм арзан төрҙәренең береһе булып ҡала. Иң күп йөк ташыу әйләнеше ошо транспортҡа тура килһә, пассажирҙар йөрөтөү автомобиль транспортынан ғына ҡалыша. Тимер юл транспортының тотороҡло эшләүе беҙҙең республика өсөн дә ҙур әһәмиәткә эйә. Тимер юл хеҙмәте менән Башҡортостан халыҡ хужалығының бөтә тармаҡтары ла файҙалана.
Тимер юлсы тигән яуаплы һәм хәүефле һөнәр артындабѳтә коллективтың намыҫлы хеҙмәте ята. Тимер юлында тотҡарлыҡтар, өҙөклөктәр, авариялар булмаһын өсөн һәр хеҙмәткәр бар көсөн, тырышлығын һалып эшләй. Элек, бала саҡта, состав тәгәрмәстәренә “һуғып” ҡына йөрөгән апайымдың эше лә миңә иң ҡулайлы һәм еңел булып күренһә, ваҡыт уҙа килә хеҙмәтенең үтә яуаплы, кеше ғүмере, хәүефһеҙлеге өсөн тырышып эшләүенә төшөндѳм. Уйлай китһәң, сәфәребеҙҙең уңышлы үтеүе ниндәйҙер кимәлдә ябай ғына тойолған билет кассирының эшенән дә тора. Уларҙың һѳнәри оҫталығы, шулай уҡ мөнәсәбәте беҙҙе юл буйы оҙатып йөрөйәсәк. Яңыраҡ “Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһы” акционерҙар йәмғиәтендә “Ҡала яны бәйләнешенең иң яҡшы билет кассиры - 2019” Бөтә Рәсәй конкурсының тәүге этабына йомғаҡ яһалды. Конкурстың һайлап алыу этабында транспорт ойошмаһының 11 кассиры ҡатнашты. Ярыш программаһының теоретик этабында конкурсанттар һөнәри эшмәкәрлектәре буйынса компьютерҙа тест һорауҙарына яуап бирҙе. Икенсе этабында иһә жюри ағзалары конкурсанттарҙы эш мәлендә баһаланы, ғәҙәти булмаған хәлдәрҙән сығыу юлдарын табыу мөмкинлектәрен тикшерҙе. Барлыҡ ҡатнашыусылар ҙа юғары оҫталыҡ күрһәтте. Жюриға иң-иңдәрен һайлап алыу ауырға тура килде. Шулай ҙа Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһы Ҡарламан участкаһының Инйәр станцияһында билет кассиры булып эшләгән Юлия Рымшина үҙен бар яҡтан да алдынғы, өлгөлө хеҙмәткәр итеп күрһәтте. Юлия 2009 йылда Белорет металлургия колледжының “Иҡтисад һәм бухгалтер иҫәбе” бүлеген тамамлаған. Йәш хеҙмәткәр ҡала яны компанияһында 2012 йылдан эшләй. Тормош иптәше менән 2 ул тәрбиәләгән тәжрибәле хеҙмәткәр 12-13 сентябрҙә Новосибирскиҙа үтәсәк Бөтә Рәсәй этабында туған компанияһы намыҫын яҡлаясаҡ та инде. Компания намыҫын юғары кимәлдә яҡлаясаҡ Юлия Рымшинаны, шулай уҡ бѳтә тимер юлсыларҙы етеп килгән һөнәри байрамдары менән ҡайнар отлайбыҙ, ауыр һәм тынғыһыҙ эштәрендә уңыштар теләйбеҙ.