-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Ноябрь 2019, 06:21

Уҡытыусылар ҙәм уҡыусылар “Мәғариф” милли проектын тормошға ашырыуҙа ҡатнашты

Өфөнөң ВДНХ-Экспо комплексында “Мәғариф” милли проектының “Киләсәккә билет” программаһын тормошҡа ашырыусы 200-ләп уҡытыусы һәм меңдәрсә уҡыусы үҙҙәренең ижад емештәре менән таныштырҙы. Фестиваль ваҡытында улар киләсәктә үҙҙәре эшләй алырлыҡ предприятиелар, эш биреүселәр менән осрашты.

Аралашыу һигеҙ йүнәлештә барҙы, мәҫәлән, “IT һәм коммуникациялар”, “Ауыл хужалығы”, “Аҡыллы ҡала”, “Нефть-газ эше”, “Сәләмәтлек” һымаҡ тармаҡтар сағылыш тапҡан күргәҙмәләрҙә балалар айырыуса күп булды. Был сараны хәҙергә тиклем онотолоп барған һөнәр һайлау һымаҡ яуаплы эштең файҙалы башланғысы, тип тә аңларға мөмкин.
Уҡыусылар үҙҙәренең тиңдәштәре менән аралашты, уларҙың ижад эштәре менән танышты, ауылдан килгәндәр уҡыу йорттары, завод-фабрикалар барлығын белде.
“Киләсәккә билет” программаһы киләсәктә лә дауам итәсәк.
#национальныепроекты;#нацпроекты;#региональныепроекты;#регпроекты;#нацпроектыБашкортостан