Байрам сараларынан һуң, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров журналистар менән аралашты һәм фекерҙәрен белдерҙе.
"Бөгөн иртән сәскә һалырға барған саҡта вирустарға шул тиклем асыулы инем. Беҙ оло байрамды күптән көттөк, ил Президенты Владимир Путин йылды Хәтер һәм дан йылы тип иғлан иткәйне. Балалар, йәштәр, ветерандар өсөн бик күп саралар әҙерләнгәйне. Хәрби ҡәберлектәрҙе һәм һәйкәлдәрҙе тәртипкә килтерҙек. Тағы ла күберәк эштәр планлаштырылғайны. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн бөйөк байрамды ошондай форматта үткәрәбеҙ. Тик беҙ үҙ һүҙле, барыбер Еңеү парадын да, “Үлемһеҙ полк” акцияһын да ойошторасаҡбыҙ", – тине Радий Хәбиров.
Бөгөнгө байрам сараларының төп ваҡиғаһы – Башҡортостанға мәңгелек һаҡлауға Рәсәй Геройы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатовтың "Алтын Йондоҙ" миҙалын тапшырыу тантанаһы булды. Был ваҡиғаны бар республика халҡы көттө. Мәсьәләне хәл итеү менән Радий Фәрит улы шәхсән шөғөлләнде. Ниһайәт, награда ҡаһармандың тыуған ерендә.
"Геройҙың "Алтын Йондоҙ"он ҡулымда тотоп музейға алып барған сағым ғүмеремдәге иң мөһим ваҡиғаларҙың береһе булғандыр. Минең генерал Шайморатовҡа айырым мөнәсәбәтем бар, уның яҙмышы һәр саҡ ҡыҙыҡһындыра ине. Геройыбыҙ фажиғәле һәм сағыу тормош юлы үткән.
Мин үҙем өсөн иң тәүҙә ике мөһим бурыс булдырҙым. Беренсенән, яҡташыбыҙға Рәсәй Геройы исемен биреү өсөн бар көсөмдө һалырға. Быға беҙ бар республика халҡы менән бергә өлгәштек. Президентҡа рәхмәтлебеҙ. Икенсенән, мин генералдың кәүҙәһен алып ҡайтып, тыуған еренә ерләргә уйлағайным. Тик Луганск Халыҡ Республикаһына барып, урындағы халыҡ менән аралашҡас, бының мөмкин түгеллеген аңланым. Миңлеғәле Шайморатов туғандар ҡәберлегендә ерләнгән, шуға уның кәүҙәһенә тейергә ярамай. Тимәк, беҙ үҙебеҙ шунда йөрөйәсәкбеҙ, хөрмәт һәм ихтирамыбыҙҙы күрһәтәсәкбеҙ. Ә әлеге маҡсат бер аҙ үҙгәрәсәк. Мәҫәлән, беҙҙә әле һаман хәбәрһеҙ юғалған кешеләр бар, уларҙың яҙмышын асыҡларға кәрәк. Көсөмдө ошо эшкә йүнәлтәсәкмен.
Белорусиялағы Рәсәй илсеһе менән һөйләшкәйнем. Бик күп Башҡортостан кешеләренең һуғыш башында Минскиҙа һәләк булғаны тураһында мәғлүмәттәр бар. Тимәк, беҙгә шөғөлләнеү өсөн эш етерлек. Танылмаған геройҙарыбыҙ байтаҡ, уларҙы асыҡларға, танытырға, хөрмәт күрһәтергә кәрәк. Кемдәрҙеләр алып та ҡайтырбыҙ", – тине Радий Хәбиров.
Хәбәрселәр республика етәксеһенән уның артабан да Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовтың ҡәберен эҙләү менән шөғәлләнеү ниәте менән ҡыҙыҡһынды. Алда әйтелгәнсә, ул Петровскийҙа туғандар ҡәберлегендә ерләнгән.
"Еңеү көнөнән алып 75 йыл үтте. Архивтарҙың бер өлөшөнән серҙе ала башланылар. Беҙҙекендә лә күп кенә документтар бар. Мин Миңлеғәле Шайморатовтың папкаһын алып, уны кистәрен уҡый торғайным. Бөтә нәмә тураһында ла мәғлүмәт алдым – нисек һәләк булған, шаһиттар күрһәтмәләре, кәүҙәһен эксгумациялау нисек үткән һ.б. Үҙем өсөн был тарихты ябырға булдым. Ул шунда ерләнгән. Минеңсә, был тарихты ябырға кәрәк. Рухы тыныс булһын. Беҙ уның янына барып ҡына йөрөйәсәкбеҙ. Тағы бер тапҡыр ҡабатлайым: беҙҙә башҡа геройҙар ҙа күп, эште шул юҫыҡҡа йүнәлтәйек", – тине Радий Хәбиров.
Быйыл байрамды бер аҙ шом менән ҡаршы алдым, сөнки әле ауыр ваҡыттарҙы үтәбеҙ. Донъяла, илдә, республикала коронавирусҡа ҡаршы көрәшәбеҙ. Был вирус халҡыбыҙ өсөн етди хәүеф тыуҙыра. Шуға күрә әлеге ваҡытта ошо проблема менән шөғөлләнергә тура килә. Әлбиттә, был мине бик борсой.
Ә бөгөн телевизор янында ултырған кешеләр бөгөнгө көндөң иң ҙур байрамыбыҙ икәнен онотмаһын өсөн тырышасаҡмын", – тине ул.