Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Май 2020, 02:35

Республикала зарарһыҙландырыу дауам итә

Республика район-ҡалаларында йорт алдарын, подъездарҙы, урамдарҙы һәм йәйәүлеләр юлдарын зарарһыҙландырыу дауам итә.

Республика район-ҡалаларында йорт алдарын, подъездарҙы, урамдарҙы һәм йәйәүлеләр юлдарын зарарһыҙландырыу дауам итә.
Муниципалитеттарҙан вәкилдәр көн һайын Өфөгә килеп, “Башфармация” дәүләт унитар предприятиеһы келәттәренән артмаҡлы һиптергестәр, шәхси һаҡланыу әйберҙәре һәм дезинфекция саралары ала. Уларҙы биреү июндә лә дауам итәсәк. Башҡортостан бюджетынан күп фатирлы йорттарҙағы дөйөм милекте санитар эшкәртеү әйберҙәрен алыуға аҡса бүленгән.
Республикала 49 меңдән ашыу подъезды дезинфекцияларға кәрәк. Улар – иҙән, ишек, тәҙрә һәм ишек тотҡалары, почта йәшниктәре, тәҙрә төптәре, домофон панелдәре, кодлы йоҙаҡтар, яндауырҙар, лифт менән идара итеү панелдәре, сүп сығарыу торбаһы клапандары –аҙнаһына ике тапҡыр эшкәртелергә тейеш.
“Дөйөм файҙаланыуҙа булған күп фатирлы йорттарҙы, бәләкәй архитектура формаларын, эскәмйәләрҙе һәм башҡа төҙөкләндереү элементтарын дезинфекциялауҙы ойоштороу буйынса регламент”та ошондай тәҡдимдәр индерелгән.
Фото: Башҡортостан Башлығы матбуғат хеҙмәте.
Читайте нас: