Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Июль 2020, 20:00

Тыуым артҡан

Радий Хәбиров Интернет селтәрендә май-июнь айҙарында тѳбәктә тыуымдың артыуы тураһында һѳйѳнѳслѳ яңылыҡ менән бүлеште.

Радий Хәбиров Интернет селтәрендә май-июнь айҙарында тѳбәктә тыуымдың артыуы тураһында һѳйѳнѳслѳ яңылыҡ менән бүлеште. "Ике ай эсендә Башҡортостанда, үткән йылдың ошо ваҡытына ҡарағанда, 88 балаға күберәк тыуған. Әллә ни ҙур һан булмаһа ла, бындай үҫеш 2015 йылдан алып тәүгә күҙәтелә. Тыуымды арттырыр ѳсѳн беҙҙә йәш ғаиләләргә ярҙам күрһәтеү, балаға уҙыу ѳсѳн кәртә булған сирҙәрҙе асыҡлау һәм профилактикалау, балалар баҡсалары, мәктәптәр, дауаханалар тѳҙѳү кеүек тѳрлѳ саралар спектры ғәмәлгә ашырыла. Беҙҙең маҡсат - сәләмәт балалар тәрбиәләү ѳсѳн лайыҡлы шарттар тыуҙырыу. Хатта илдәге иҡтисади кѳрсѳк мәлендә лә беҙ балалар ѳсѳн аҡса йәлләмәйәсәкбеҙ", - ти тѳбәк Башлығы социаль селтәрҙәрҙең береһендә.
Читайте нас: