Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Ноябрь , 15:00

Тиҙҙән балаларға ла сират

Төбәктең һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин балаларҙы коронавирус инфекцияһынан вакциналауҙың ҡасан башланасағын хәбәр итте. Әлегә тиклем прививканы тик 18 йәштән өлкәндәргә генә яһатырға мөмкин ине.

Тиҙҙән балаларға ла сират

Бөгөнгө көндә балаларҙы 12 йәштән вакциналау йәһәтенән клиник һынауҙар бара. Етәксе әйтеүенсә, быйылғы йылдың ноябрь йәки декабрь айҙарында балаларҙы вакциналау рөхсәт ителеүе ихтимал.

Әйткәндәй, башҡа илдәрҙә 3-7 йәшлек балаларҙы ла вакциналау рөхсәт ителгән.

Фото: razvitiebaby.ru

Автор:Нэркэс Сулейманова