Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Март 2022, 16:49

Республикала 37 меңдән ашыу кеше COVID-19 менән сирләй

Республиканың яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәш буйынса оператив штабы сиргә бәйле мәғлүмәттәрҙе яңыртты.

Республикала 37 меңдән ашыу кеше COVID-19 менән сирләй
Республикала 37 меңдән ашыу кеше COVID-19 менән сирләй

3 мартҡа Башҡортостанда сир йоҡтороуҙың 232 189 осрағы асыҡланған, 3 314-е – һуңғы тәүлектә.

Ковид-госпиталдәрҙә 297 кеше ята, уларҙың 35-е ауыр хәлдә. Ә 37 236 кеше амбулатор шарттарҙа дауалана. Бөтәһе 189 384 кеше ауырыуҙы еңгән. Һуңғы тәүлектә – 20, ә пандемия осоронда 5 272 пациент яҡты донъя менән хушлашҡан.

Башҡортостанда 2 331 440 кеше йәки халыҡтың 93,8% вакцинаның ике компонентын да алған. Республика 12-18 йәшлек балалар өсөн «Спутник М» вакцинаһының икенсе партияһын килтереүҙәрен көтә.

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас в