Ошо йылдың 14 апрелендә 36 йәшлек ир иҫерек килеш Магнитогорск - Белорет йүнәлешендә Ваз 2110 автомобиле менән идара итә. Водителдән тыш транспорт сараһында йәнә өс пассажир ҙа була. Төнөн шәп тиҙлек менән барған автомобиль Стәрлетамаҡ - Белорет - Магнитогорск автоюлының 241-се саҡрымында боролошта ҡаршы һыҙатҡа сыға һәм бер нисә тапҡыр әйләнеп, юл ситенә түңкәрелә.
Авария һөҙөмтәһендә автомобилдең алғы ултырғысында барған 1995 йылғы егет баш һөйәге йәрәхәтенән шунда уҡ һәләк була. Артҡы ултырғыстағы 1979 йылғы ирҙең һаулығына ла ҙур зыян килә. Өсөнсө пассажир еңелсә йәрәхәттәр менән ҡотола. Юл-транспорт ваҡиғаһынан һуң енәйәт урынын ташлап ҡасҡан водитель иһә тиҙҙән юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары тарафынан ҡулға алына.
Авария сәбәпсеһе һөйләүенсә, ул таныштары менән эш буйынса Магнитогорск ҡалаһына барған. Ҡайтҡан саҡта ямғыр башланып, томан ҡалҡа һәм улар аҙаша. Көн торошоноң яҡшырыуын көтөп, ирҙәр автомобиль салонында спиртлы эсемлектәр эсә.
Кеше үлеменә алып килгән юл-транспорт ваҡиғаһы өсөн 36 йәшлек водителгә ҡарата РФ Енәйәт кодексының 264-се статьяһына (4-се бүлек, “а”, “б” пункттары) ярашлы енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ир һаҡ аҫтына алынған.
Спиртлы эсемлектәр ҡулланып, руль артына ултырыуҙың ни ҡәҙәр ҡот осҡос эҙемтәләргә алып килеүен, үҙеңдең, эргә-тирәләгеләрҙең яҙмышын пыран-заран килтереүен онотмаһаҡ ине.
Анна МИТЮШКИНА,
район буйынса эске эштәр идаралығының тәфтиш бүлексәһе начальнигы, юстицияның өлкән лейтенанты.
Фото: info-art.ru