+7 °С
Ясна
Әйткәндәй, Уҫманғәле ауылы ир-егеттәре хәстәрлек күреп, быйылғы ташҡынды алдан ҡаршы алырға әҙерләнде һәм боҙ бысырға сыҡты. Сѳнки йыл да боҙ тығыны барлыҡҡа килеп, Йәштәр урамына һыу инә ине. Былтыр ҙа Ғәли Мирасовтың кәртә-ҡураһына һыу керҙе. Ярай әле боҙ тығыны ваҡытында ысҡынды, юғиһә, бѳтә урамды һыу баҫыу хәүефе янай ине.
Шуға ла быйыл Йәштәр урамы ир-егеттәре кәңәшләшеп, боҙҙо бысырға булдылар. Ауылдаштар Илшат Даньянов, Айнур Салауатов, Ғәле Мирасов, Рим Исламов, Иршат Ғәйнуллин, Фидан Уҫманов, Айгиз Исламов, Айназ Салауатов, Фәрит Ғәлин, Марат Азаматов, Рәмил Мѳлѳков 50-60 сантиметр ҡалынлығындағы боҙҙо бысып та ҡуйҙы.