Унда республиканың юғары уҡыу йорттары һәм колледждары студенттары ҡатнашты. Белорет районы исеменән 14-се гимназия, 20-се һәм Абҙаҡ мәктәбен тамамлап, илдең төрлө төбәктәрендә уҡып йөрөүсе студенттар сығыш яһаны. Шулай уҡ фестивалгә Ҡытайҙан, АҠШ-тан һәм Рәсәйҙең ун алты субъектынан ҡатнашыусылар килде. Ханты-Манты автономлы округынан алып Калининградҡа тиклем - бөтәһе ике меңдән ашыу студент.
Белем биреү өлөшөндә студенттар төбәктең эре предприятиелары етәкселәре, агросәнәғәт комплексы лидерҙары һәм йәш эшҡыуарҙар менән аралашты. Майҙансыҡтарҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - Башҡортостан Республикаһының ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов, Башҡортостандың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры урынбаҫары Олег Тыщенко ҡунаҡта булды.
Студенттарҙы Рөстәм Нәбиев, Регина Доктор, Артур Ғәлиев, Марат Яруллин һәм Шәһит Хамматовтың уңыштары йәштәрҙе дәртләндереп ебәрҙе. Йондоҙло ҡунаҡтар үҙҙәренең үҫеш тарихы тураһында һөйләне һәм йәштәрҙең һорауҙарына әүҙем яуап бирҙе. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев менән осрашты.
Шулай уҡ көн дауамында республика предприятиеларының һәм ойошмаларының күргәҙмә экспозицияһы эшләне.
Фестиваль студенттар дискотекаһы менән тамамланды.