Яңылыҡтар
15 Мая 2025, 06:33

“Изге подписка”ға старт бирелде

“Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто ойошторған “Изге подписка” акцияһы старт алды.

Добавить в предпочтительные источники Google
“Изге подписка”ға старт бирелде“Изге подписка”ға старт бирелде
“Изге подписка”ға старт бирелде

Уның шарттары буйынса, теләге булған һәр кем махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә, һәләк булған яҡташтарыбыҙҙың ата-әсәһенә, күп балалы, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә, һаулыҡ мөмкинлектәре сиклеләргә “Урал” гәзитенә подписка бүләк итә ала.

Был мәрхәмәтлек акцияһына тәүгеләрҙән булып Рәил Сәғит ул ИШМӨХӘМӘТОВ ҡушылды. Ул ике улы ла махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан әсәйгә киләһе ярты йыллыҡҡа гәзитебеҙҙе яҙҙырҙы.

Әйткәндәй, был изге акцияла теләгән һәр кем ҡатнаша ала.

Бының өсөн:

- һайланған квитанция менән почта хеҙмәткәре янына барып, йәки мөхәрририәткә килеп “Изге подписка”ны рәсмиләштерегеҙ;

- изгелек эстафетаһын социаль селтәрҙәр аша ике дуҫығыҙға тапшырығыҙ, акциянан фотоны социаль селтәрҙәрҙә урынлаштырығыҙ;

#ДобраяПодписка хештегын күрһәтергә онотмағыҙ.

Шулай уҡ социаль селтәрҙә эстафетаны урынлаштырыу һәм тапшырыу һорала.

Автор:Расима Салихова