Яңылыҡтар
17 Ноября 2025, 12:17

“Йәншишмә” беҙҙә ҡунаҡта!

“Тирмәкәй”  башҡорт балалар баҡсаһында «Йәншишмә» гәзите хәбәрсеһе Лилиә Фазлетдинова менән матур осрашыу үтте.

Добавить в предпочтительные источники Google
“Йәншишмә” беҙҙә ҡунаҡта!“Йәншишмә” беҙҙә ҡунаҡта!
“Йәншишмә” беҙҙә ҡунаҡта!

Өфө ҡунағына “Бал ҡорто” төркөмө ҡыҙҙары һәм малайҙары йырлап-бейеп үҙ һөнәрҙәрен  күрһәткәс, хәбәрсе баҡса коллективына, өлкәндәр, сығарылыш төркөмө балаларына гәзит тураһында төрлө мәғлүмәттәр еткерҙе, һорауҙарына яуап бирҙе. Шулай уҡ ул «Йәншишмә» гәзитен яҙҙырып алдырырға ғына түгел,ә яҙылыусыларҙан мәҡәләләр, шиғырҙар, һүрәттәр көтөп ҡалыуҙары тураһында ла  белдерҙе.

Әйткәндәй, “Тирмәкәй” менән был гәзит араһындағы дуҫлыҡтың төп сәбәпсеһе тәрбиәләнеүсебеҙ Ғәзинур Сыңғыҙов. Ул май айында “Йәншишмә” балалар һәм үҫмерҙәр гәзите ойошторған “Утлы йылдар ауазы” тип аталған тасуири шиғыр һөйләүселәр бәйгеһендә III урын яулағайны. Ошонан һуң мөхәрририәт менән Ғәзинур йөрөгән “Еләккәй” төркөмө араһында йылы бәйләнеш булдырылды. Ата-әсәләр өсөн гәзиткә яҙылды, балаларҙың уңыштары тураһында гәзит биттәрендә мәҡәләләр ҙә даими баҫылып тора.

Йылы осрашыу гәзит менән дуҫлыҡ артабан да өҙөлмәһен тигән теләктәр, бергәләп иҫтәлеккә фото төшөү  менән тамаланды.

 

Зөлфиә СӘЛИХОВА,

балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.

Автор: