Яңылыҡтар
12 Февраля , 04:41

Хаттарҙа күңел йылыһы

Ҡаланың 10-сы, Инйәрҙең 3-сө, Туҡан мәктәптәре уҡыусылары, уҡытыусылары, "Радуга" балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре, хеҙмәткәрҙәре, ата-әсәләр яугирҙар өсөн хәстәрлек менән посылкалар һәм изге теләктәр яҙылған хаттар әҙерләне.

Добавить в предпочтительные источники Google

Барыһы ла Еңеү өсөн! Беҙҙең бурыс: һәр кем үҙ урынында яугирҙарыбыҙға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү өсөн барыһын да эшләү. Әлеге мәлдә район-ҡала мәктәптәре, балалар баҡсалары, ойошма, предприятиелар яугирҙарыбыҙға сираттағы гуманитар ярҙам йыя. Яугирҙарға шәхсән  адресланған посылкалар ҙа бар. Ҡаланың 10-сы, Инйәрҙең 3-сө, Туҡан мәктәптәре уҡыусылары, уҡытыусылары, "Радуга" балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре, хеҙмәткәрҙәре, ата-әсәләр яугирҙар өсөн хәстәрлек менән посылкалар һәм изге теләктәр яҙылған хаттар әҙерләне. Гуманитар ярҙам район хакимиәтендә туплана.  

Мәктәптәр, балалар баҡсалары коллективтарына, уҡыусыларға һәм ата-әсәләргә хәрби хеҙмәткәрҙәр исеменән эскерһеҙ ярҙамдары өсөн ысын күңелдән рәхмәт.

Автор:Сатура Мингажитдинова