Йәмғиәт
15 Июня 2023, 10:36

"Илебеҙ, халыҡ ѳсѳн йүнәлтелгән сара була икән, мин ҡуш ҡуллап ҡатнашам"

Айгиз Баймөхәмәтов сығышы менән Абҙаҡ ауылынан. Һәләтле яҡташыбыҙ республикабыҙҙың "Шоңҡар" журналының баш мөхәррире, Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар һәм Журналистар союздары ағзаһы, "Ҡалдырма әсәй", "Әкиәтһеҙ бала саҡ", "Урам балалары" әҫәрҙәре авторы.

"Илебеҙ, халыҡ ѳсѳн йүнәлтелгән сара була икән, мин ҡуш ҡуллап ҡатнашам""Илебеҙ, халыҡ ѳсѳн йүнәлтелгән сара була икән, мин ҡуш ҡуллап ҡатнашам"
"Илебеҙ, халыҡ ѳсѳн йүнәлтелгән сара була икән, мин ҡуш ҡуллап ҡатнашам"

Айгиз Ғиззәт улы тыуған районына йыш ҡайта. Ошо көндәрҙә беҙ яҡташыбыҙҙы һабантуй байрамында осраттыҡ. Айгиз Баймөхәмәтов үҙен быйыл сентябрҙә үтәсәк һайлауҙарҙа һынап ҡарамаҡсы. Ошо ниәттән унан бер нисә һорауға яуап биреүен һораныҡ.

► Айгиз Ғиззәт улы, беҙҙең гәзит уҡыусыларыбыҙ һеҙҙең яҙмышығыҙҙы яҡшы белә. Шулай ҙа үҙегеҙ тураһында ҡыҫҡаса һөйләп үтегеҙ әле?

 - Сығышым менән Абҙаҡ ауылынан. Шунда тыуғанмын, үҫкәнмен. Башҡалар кеүек мәктәп тамамлаған кешемен. Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын тамамланым. Тормошом журналистика, әҙәби ижад менән бәйләнгән. Бишенсе курста уҡығанда хеҙмәт юлымды "Башҡортостан" гәзитендә әҙәбиәт һәм мәҙәниәт бүлегендә башланым. Әлеге ваҡытта "Шоңҡар" журналында баш мѳхәррир вазифаһында эшләйем. 2022 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе эшен дә алып барам. Ғаиләлемен, ҡатыным Айгѳл Ишморат ҡыҙы Әбйәлил районының Күсем ауылынан. Ул да Башҡорт дәүләт университетының философия һәм социология бүлеген тамамлаған. Беҙҙең Аяз исемле улыбыҙ үҫеп килә.

Кешеләр мине күберәк художестволы әҫәрҙәр, театрҙа ҡуйылған спектаклдәр аша беләлер. "Ҡалдырма әсәй", "Әкиәтһеҙ бала саҡ", "Урам балалары" һәм башҡа социаль йүнәлештәге әҫәрҙәр буйынса халыҡҡа танышмын. Әҫәрҙәрем 15-ләп телгә тәржемә ителгән, был телдәрҙә китаптар сығарылды, бик күп туғандаш ил һәм республикаларҙа әҫәрҙәр буйынса спектаклдәр ҡуйылды.

► Һеҙ Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутатлығына үҙегеҙҙе кандидат итеп күрһәттегеҙ. Бик яуаплы аҙымға нимә этәрҙе?

- Беренсенән, бѳгѳнгѳ кѳндә барлыҡ кешеләргә - йәштәргә лә, ололарға ла мѳмкинлектәр тыуҙырыла. Икенсенән, хеҙмәтем буйынса миңә Башҡортостандың барлыҡ ауылдарын, райондарын йѳрѳп сығырға тура килде. Шуға ла республика халҡының тормошон яҡшы беләм, журналист булараҡ күп осраҡтарҙа кешеләргә ярҙам итергә тырышам. Миңә 34 йәш, үҙемдең пландарым, тормошҡа ашыра торған идеяларым бар. Бынан тыш, журналистар һәр ваҡыт йырлап-бейеп күңел асҡан сараларҙы ғына яҡтыртмай, күп осраҡтарҙа беҙгә ҡәләм аша халыҡтың мәнфәғәтен яҡларға тура килә. Дѳрѳҫѳн әйтергә кәрәк, һәр ваҡытта ла журналист позицияһы етәксе, вазифалы кешеләрҙең эштәре, ҡылыҡтары менән тап килмәй. Әммә шуға ҡарамаҫтан, һәр ваҡыт ғәҙеллек ѳсѳн, кеше ѳсѳн, үҙеңә ни тиклем ауыр булһа ла, һүҙеңде һүҙ итергә тейешһең, ғәҙеллекте яҡларға бурыслыһың. Һәр ваҡыт ҡулыма ҡәләм алғанда, ошо идея менән йәшәйем. Беҙ, әлбиттә, ҡысҡырып йѳрѳмәйбеҙ, халыҡ менән осрашыуҙарҙа булғанда кешеләрҙең ниндәйҙер үтенесен ишетһәм, барыбер ҙә уны тейешле урынға еткерәм, хәл итеү юлдарын уйлайым. Беҙҙең мандат булмаһа ла, яҙыусы, журналист ул - барыбер ҙә халыҡ илсеһе, халыҡтың мәнфәғәтен яҡлаусы. Ә инде дәүләт структураһында шундай вәкәләтең булһа, был киңерәк һәм күберәк мѳмкинлектәр тыуҙырыр тигән ышаныстамын, шул ниәттән генә мин һайлауҙа ҡатнашырға булдым.

► Иҙел башы һеҙҙең тормошоғоҙҙа ниндәй урын алып тора? Ни өсөн һеҙ күптәр өсөн "үҙебеҙҙеке"? Районға ҡарата шәхси ҡарашығыҙ?

- Тыуған яғыма һөйөүем көслө. Мин ошо ерҙең улы, бала ғына көйө етем ҡалып балалар йортонда үҫкән кеше. Ошо гүзәл ергә бар яҡтан да бурыслымын. Белорет районында 2012 йылдан алып сәнғәт әһелдәре менән осрашыуҙар үткәрәм. Шулай уҡ уҡыусыларҙы шефлыҡҡа алыу, хеҙмәт алдынғыларын күрһәтеү эштәрен алып барам. Шундай эштәр бар, ҡайһы ваҡыт улар тураһында әйтеп торорға тейеш түгелһең... Бѳрйән районынан ауыр хәлгә ҡалған кешеләр күп тапҡыр мѳрәжәғәт иттеләр. Мәҫәлән, үҙ районымда шундай осраҡ булды - Бѳйѳк Ватан һуғышы ветеранының мәнфәғәтен яҡлап кѳрәшергә тура килде, фатир алыуҙа ярҙам иттем. Әлбиттә, уны закон нигеҙендә хәл иттек. Кеше намыҫы ҡушыуы буйынса эшләргә тейеш. Әлбиттә, районда мине белгән кешеләр күп, дуҫтарым бар. Бѳтә тормошом, тәүге аҙымдарым, үҫеш юлым уларҙың күҙ алдында. Әйтәләр бит: тыуған яғың ул - флюорография кеүек. Башҡа ергә барып үҙең тураһында шапырынып һѳйләй алаһың, кеше уға ышаныуы мѳмкин, ә тыуған ереңдә түгел. Тормошоң яҡташтарың алдында һәр ваҡыт асыҡ һәм һине үтәнән-үтә күреп торалар. Тормошом уҡыуҙа, хеҙмәттә үтә. Мин 22 йәшемдән алып матбуғатҡа, халыҡҡа хеҙмәт итәм, бала саҡтан "Урал" гәзите менән хеҙмәттәшлек иттем. Тѳрки донъяһында яҙыусы булараҡ танылып киткәс, йәшәргә үҙҙәренә саҡырған тәҡдимдәр булды, әммә һәр ваҡыт шундай тәҡдимдәргә, Башҡортостанды яратам, республикабыҙҙың патриотымын, тыуған еремә бурыслымын, тип әйтә киләм. Бигерәк тә хәҙерге заманда. Таныштар араһында ла илдең киләсәге шикле, тип, сит ергә ҡасҡандары ла булды. Хатта миңә Ҡаҙағстандан: "Айгиз, һеҙҙе Ҡаҙағстанда йәшәргә ҡабул итергә әҙербеҙ, шундай мѳмкинлек кәрәкмәйме", тигән тәҡдимдәр булды. "Башҡорттар үҙ еренән бер ҡайҙа ла ҡасмай", - тинем.

Мин һәр ваҡыт Иҙел башы менән бәйләнештәмен. Йылына бер нисә тапҡыр республикабыҙҙың билдәле яҙыусыларын мәктәп уҡыусылары, студенттар менән осраштырам. Тренингтар үткәрәм, түңәрәк өҫтәл артында һөйләшеүҙәр, мотивацион дәрестәр менән Бѳрйән, Белорет райондары ауылдарында булдыҡ. Был осрашыуҙар даими бара. Халыҡ араһында йѳрѳгәндә һәләтле балаларҙы табырға тырышабыҙ, уларға үҫешергә ярҙам итәбеҙ. Ҡайһы берҙә уларҙың араһынан "алтын бѳртѳктәре" килеп сыға.

► Кешеләр тормошонда "Берҙәм Рәсәй" партияһының эшен нисек баһалайһығыҙ? Үҙегеҙҙе партияла нисек күрәһегеҙ?

- Бѳгѳнгѳ кѳндә республикабыҙ үҫеше ѳсѳн бик күп проекттар эшләнә, ҡарарҙар ҡабул ителә, сит илдәр ҡатнашлығында саралар үтә. Бер нисә тапҡыр республика Башлығы менән яҡындан һѳйләшеп ултырырға мѳмкинлек булды, Радий Фәрит улы ни тиклем ҙур эштәр алып бара. Уның энергияһына һоҡланам. Мин дәүләт структураһында, бәлки, ҙур роль уйнаған кеше түгелдер ҙә, әммә беҙ, ижадсылар, идеологик фронт һалдаттары, халыҡҡа кәйеф, һүҙ менән күңелдәренә дауабирә торған кешеләр. Халыҡ араһында "Берҙәм Рәсәй" партияһын оҡшатып етмәгән кешеләр ҙә барҙыр, әммәбыл партияның аныҡ эштәре күп. Партия ағзаһы түгелмен, әммә илебеҙ, халыҡ ѳсѳн йүнәлтелгән сара була икән,мин ҡуш ҡуллап ҡатнашам. Ошонда йәшәүебеҙ, ижад итеүебеҙ, кешеләргә әйтер һүҙебеҙҙе еткереүебеҙ менәнҙур эштәр алып барабыҙ, тип уйлайым. Халыҡты берләштерер өсөн республикала саралар үтә. "Атайсал","Аныҡ эштәр" һәм башҡа проекттар. Үҙем "Атайсал"да 2012 йылдан бирле ҡатнашам. Абҙаҡ мәктәбен шефлыҡҡа алғанмын. Мәктәптең уҡыуалдынғыларын күп тапҡыр театрҙарғасаҡырҙым, экскурсиялар, күренекле сәнғәт әһелдәре менән осрашыуҙар, бушлай концерттар ойошторам. Атайсал беҙҙең йѳрәктә йәшәй.Бындай осрашыуҙар йәштәргә оҡшай.Киләсәктә лә быны дауам итербеҙ типуйлайым. Берҙәмлектә - кѳс, тигән халыҡ.Үҙебеҙҙең илебеҙҙе, дәүләтебеҙҙе әрләп, барыһын да тәнҡитләп ултырһаҡ,алға үҫеш булмаҫ, ә киләсәктә тормошобоҙҙоң матурайыуы һәр кемебеҙҙең матур эштәренән тора.  Беҙгә бергә егелеп эшләргә кәрәк. Гуманитарийҙар булғас, дәүләт структураһында закон сығарыуҙа телде, мәҙәниәтте яҡларлыҡ, телебеҙҙе хәстәрләрлек кешеләр кәрәк. Киләсәктә ошо эштәрҙә ҡайнап йәшәүҙә мѳһим бурысымды тоям.

 Мин ижадсымын, иң ҙур бәхетем- әҫәрҙәр яҙыу. Барлыҡ уйҙарымды,барлыҡ кисерештәремде халыҡҡа ижад аша еткереү. Ул ысынлап та бик ҙур бәхет килтерә.

► Айгиз Ғиззәт улы, йәшлек дәрте урғылып торған йөрәгегеҙгә көс һәм энергия теләйбеҙ. Һәр саҡ шулай хыялдарығыҙға табан ҡыйыу атлағыҙ.

Сатура МИНҺАЖИТДИНОВА әҙерләне.

Автор:Сатура Мингажитдинова
Читайте нас