«Башинформ» хәбәр иткәнсә, Башҡортостан менән Абхазия дуҫлығы хөрмәтенә колоннадаға нигеҙ 2023 йылдың 11 октябрендә һалынды.
«Хөрмәтле Аслан Георгиевич! Ҡәҙерле дуҫтар! Хөрмәтле ҡунаҡтар! Ысынлап та, бөгөн, Республика көнө алдынан, оло дуҫлыҡ символы булып торған сағыу ваҡиға. Был урын Башҡортостан халҡы, өфөләр өсөн бик мөһим. 1574 йылда Өфө – беҙҙең баш ҡалабыҙ бына шул урындан башлана. Арттараҡ – башҡорттарҙың үҙ ирке менән Рәсәй составына инеүенең 400 йыллығына арналған Дуҫлыҡ Монументы. Һеҙҙән уң яҡта Өфөгә хеҙмәт батырлығы ҡалаһы исемен биреүгә бағышланған обелиск тора. Был урын беҙҙең өсөн бик мөһим һәм тап ошонда беҙ Сухум ҡалаһындағы кеүек колоннада төҙөргә ҡарар иттек. Был колоннада дуҫлыҡ, ихтирам символы булып тора. Ә Башҡортостан менән Абхазия араһындағы дуҫлыҡ тамырҙары бик тәрәндә.
Хөрмәтле Аслан Георгиевич, беҙҙән тағы бер тапҡыр Дуҫлығығыҙ, Ихтирамығыҙ, Аңлауығыҙ өсөн рәхмәт һүҙҙәрен ҡабул итегеҙ. Бөтәһен дә яҡынлашып килгән Республика көнө һәм ошондай сағыу, матур ваҡиға менән ҡотлайым», – тине Радий Хәбиров.
Республика көнөнә арналған байрам сараларының колоннада асыуҙан башланыуы айырыуса ҡыуаныслы, тип билдәләне Абхазия президенты Аслан Бжания.
«Беҙ Быны Абхазия менән Башҡортостан араһындағы йылы мөнәсәбәттәр билдәһе тип ҡабул итәбеҙ. Халыҡтарыбыҙ дуҫлығын һүрәтләгән объекттың Дуҫлыҡ Монументы янында төҙөлөүе символик мәғәнәгә эйә. Хөрмәтле Радий Фәрит улы, Өфөлә Сухум колоннадаһының күсермәһен төҙөү идеяһы өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт белдерәм. Һеҙ Абхазияның дуҫы, илебеҙҙә лайыҡлы абруй яулағанһығыҙ. Ошо колоннада Өфөнөң күркәм, баш ҡалағыҙ халҡының яратҡан ял итеү урынына әүерелер тип ышанам. Һеҙҙе Республика көнө менән ҡотлайым, тыныслыҡ һәм именлек һеҙгә», – тине Абхазия президенты.
Өфөнөң Ағиҙел яр буйындағы колоннада — 1948 йылда Ҡара диңгеҙ буйында сталин ампиры стилендә төҙөлгән Сухум колоннадаһының теүәл күсермәһе. Әммә Абхазияла уның өҫкө өлөшө — бетондан, Өфөлә тәбиғи таш менән йөҙләнгән бетондан эшләнгән. Өфөнөкө — тотош донъяла икенсе шундай колоннада.
22 колоннанан торған ҡоролманың бейеклеге — 12, оҙонлоғо — 30, киңлеге — 6 метрға тиклем. Төҙөүселәр әйтеүенсә, колоннада быуаттар буйына торасаҡ һәм уның өсөн бер ниндәй атмосфера күренештәре ҡурҡыныс түгел.