Белорет мәғлүмәт үҙәге директоры Гөлнара Мөхәмәтғәлинаға "Урал" гәзитенең баш мөхәррире Сатура Минһажитдинова башлап ебәргән "Изге подписка" акцияһына ихлас ҡушылды.
- Әлеге ваҡытта гәзит-журналдарҙың ни тиклем ауырлыҡтар менән тираж йыйғанын бик яҡшы беләм. Республикабыҙ район-ҡалаларында "Изге подписка" акцияһының ни тиклем дәррәү барғанын ҡыҙыҡһынып ҡарайым. Бигерәк тә Әбйәлил, Баймаҡ райондарында был изге эшкә кешеләр бик күпләп ҡушылды. Тимәк, ул райондарҙа үҙҙәренең гәзиттәренең яҙмышына битараф булмаған халыҡ йәшәй. Мин "Урал"ды яратып уҡыйым. Гәзит йѳкмәткеһе менән миңә бик оҡшай. Беҙҙең матбуғат үҙәгендә 20-гә яҡын район-ҡала гәзиттәре баҫыла. Уларҙың барыһы ла иғтибарға лайыҡ. Гәзиттәрҙең тиражы район-ҡалаларҙа йәшәгән халыҡтан тора. Тираж юҡ икән, гәзит тә бѳтә. Шуның ѳсѳн гәзиттәрҙе һаҡлайыҡ, үҙебеҙ ҙә яҙылайыҡ, бүләк тә итәйек, ти Гөлнара Фаил ҡыҙы.
Мәғлүмәт үҙәге етәксеһе Гѳлнара Мѳхәмәтғәлина гәзитте Сермән ауылында йәшәгән Рит Рафаэль улы Ғариповҡа яҙҙырҙы. Был ғаиләнең ике улы ла Украинала махсус хәрби операцияла ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кинйә улдары яу яланында һәләк була. Ѳлкән улдары ауыр йәрәхәттәр ала һәм әлеге ваҡытта отпускыла. Ғариповтар ғаиләһенә һаулыҡ һәм матур тормош теләйбеҙ.
Гѳлнара Фаил ҡыҙына эшендә уңыштар, шатлыҡ-һѳйѳнѳстәр менән тулы ғүмер теләйбеҙ.