Районда булған 19 ауыл хакимиәтенән 13 ғариза килде һәм уларҙың 7-әүһе яҡлауға индерелде. Эш һөҙөмтәләре буйынса "Айыҡ ауыл-2024" конкурсының муниципаль этабы еңеүселәре һәм призерҙары билдәләнде.
Шулай итеп, 1-се дәрәжә Диплом һәм 160 мең һумлыҡ сертификат менән Инйәр ауыл хакимиәте билдәләнде һәм еңеүсе булды.
2-се дәрәжә Диплом һәм 90-шар мең һумлыҡ сертификатҡа Ишле һәм Ломовка ауыл хакимиәттәре лайыҡ булды. Конкурстың 3-сө дәрәжә Дипломы һәм 50-шәр мең һумлыҡ сертификат менән Асы һәм Нура ауыл хакимәттәре бүләкләнде.
Ҡатнашыусы Дипломы һәм 30-шар мең һумлыҡ сертификат Егәҙе һәм Туҡан ауыл хакимиәттәренә тапшырылды.