Спорт
17 Февраля 2025, 08:41

Башҡортостан спортсылары бер аҙнала 31 миҙал алды

Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – спорт министры Руслан Хәбибов хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республиканың спорт еңеүҙәре хаҡында һөйләне.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостан спортсылары бер аҙнала 31 миҙал алдыБашҡортостан спортсылары бер аҙнала 31 миҙал алды
Башҡортостан спортсылары бер аҙнала 31 миҙал алды

Башҡортостан спортсылары уҙған аҙнала 31 миҙал яуланы, тине вице-премьер.

«Һигеҙ алтын миҙал. Тау саңғыһы спорты буйынса Рәсәй чемпионатында 2 алтын миҙал яулаған Тәнзилә Исраилованың еңеүен айырыуса билдәләп үткем килә. Республикала 15 йыл ошондай ҡаҙаныштар булманы. Адлан Амриев йәнә үҙенең көслө грек-рим көрәшсеһе статусын раҫланы –  халыҡ-ара ярыштарҙа еңеү яуланы. Шулай уҡ спортсыларыбыҙ фристайл буйынса Рәсәй чемпиондары кубогында 1 алтын һәм 3 көмөш миҙал алды. Никита Богданов дүртенсе йыл рәттән боҙҙа мотоуҙыш буйынса ил чемпионы булды. Бынан тыш, Алина Дәүләтова бадминтон буйынса Рәсәй ярыштарында алтын һәм көмөш миҙал алды», — тип билдәләне Руслан Хәбибов.

Автор: