Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм -ҡәлғәм
6 Ноябрь 2018, 12:37

Йәшәү йәмен үҙ ауылында тапҡандар

Бирҙеғол ауылында тыуып, I кластан мәктәпте тамамлағансы бер парта артында ултырып, бер урамда уйнап үҫкән, шул ауылда тормош ҡорған Резеда Әхтәм ҡыҙы һәм Вәғиз Һарун улы ЙОСОПОВТАРҙың ғаиләһенә һоҡланмаған кеше юҡтыр.

Икеһе лә күп балалы урмансы ғаиләһендә тыуып үҫкәндәр. Вәғиздең атаһы Һарун Ғиниәт улы ғүмер буйы Инйәр урман хужалығында мастер вазифаһын башҡарҙы. Улы ла әлеге ваҡытта атаһының юлын дауам итә - Көньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығында егерь булып эшләй. Уның хеҙмәт стажы утыҙ ике йыл. Бәләкәй саҡтан рәсем төшөрөргә ярата, хеҙмәт дәрестәре оҡшай, ҡыҫҡаһы, ҡулынан килмәгән эше юҡ.
Тормош юлдашы Резеда Әхтәм ҡыҙы Татлы мәктәбен тамамлағас, Бөрө кооператив училищеһында уҡып, һатыусы һөнәрен үҙләштерә. Инйәр ҡулланыусылар йәмғиәтендә бер аҙ эшләгәс, уны Инйәр леспромхозына секретарь итеп эшкә саҡыралар. Резеданың һәләтле икәнен күреп, Мәскәү урман техник институтына уҡырға өндәйҙәр. Имтихандарҙы уңышлы тапшырып, ауыр сәнәғәт факультетының инженер бүлегенә уҡырға инә. Биш йыл көндөҙгө бүлектә уҡый. Уҡыу осоронда Вәғиз Һарун улы менән сәстәрен сәскә бәйләйҙәр. Тәүге ҡыҙҙары тыуа. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, уҡыуын бөтөрөп, юғары белемгә эйә була. Йәш белгес Инйәр леспромхозына эшкә ҡайта. Леспромхоз эше туҡтағас, Резеданы Бирҙеғол һигеҙ йыллыҡ мәктәбенә биология һәм физкультура уҡытыусыһы итеп саҡыралар. Эшләй башлаған осорҙа уҡ ситтән тороп БДПИ-ның психология факультетына уҡырға инә. Уҡыу, балалар үҫтереү, донъя ҡороу - бөтәһе лә бер юлы бара. Ғаиләлә бербереңде аңлау, ауырлыҡтар алдында баш эймәй, бергә күтәреү - барыһы ла Вәғиз менән Резеданың иңенән үтә. Оло ҡыҙы Регина Белорет педагогия колледжында уҡыған осорҙа әсәһе лә студент тормошонда ҡайнай. Бәхетле ғаиләлә өс ҡыҙ үҫә. Өсөһө лә белемгә ынтылышлы. Регина ла, Рида ла юғары белемлеләр. Кинйә ҡыҙҙары Элина Инйәрҙең 2-се мәктәбендә X класта тик яҡшы билдәләргә уҡып йөрөй.
Бер-береһенә ярҙам итеп, терәк булып йәшәй уңған ғаилә. Ғаилә башлығы район кимәлендә үткәрелгән, ҡурсаулыҡ ойошторған конкурстарға тәбиғәт материалдарынан - ҡабыҡтан, туҙҙан һауыт-һаба, ҡул эштәре, уйынсыҡтар эшләүҙә ярҙам итә. Вәғиз Һарун улы семәрләп эшләгән ағас һындар ҡурсаулыҡ биләмәһен биҙәй. Егәрле хужаның йорто ла Бирҙеғол ауылында балҡып ултыра. Матур йортто хатта БСТ каналы журналистары зәңгәр экран аша күрһәттеләр.
Резеда Әхтәм ҡыҙы Инйәрҙең 2-се мәктәбендә психолог булып эшләй. Уҡыу, белемде үҫтереү һәр ваҡыт кәрәк. Заман үҙе уны беҙҙән талап итә, ти тәжрибәле белгес. Сентябрҙә БАГСУ-ла белемен камиллаштырып ҡайтҡан. Аҡыллы педагог студент йылдарындағы иптәштәре менән бәйләнешен өҙмәй - аралашып тора. Былтыр уны әхирәте Алена Кириенко Германияға саҡырҙы. Әхирәтен дә һағынған, сит илде күреү теләге лә кѳслѳ була. Саҡырыуҙы ихлас ҡабул итеп, Германияға оса. Класташтары телефондан шылтыратҡанда Фридрихсхафен ҡалаһының Баден күленән Австрия, Швейцария, Баден-Вюртембергте күреп ғәжәпләнеп торған сағына тура килә. Әхирәте төрлө ҙур ҡалаларҙы күрһәтә. Альп тауҙарына күтәрелеп, илдәрендә сәйәхәт итә. Сит ҡитғалар ниндәй матур булмаһын, үҙ төйәгебеҙҙә иркенләп йәшәйбеҙ икән, тип тыуған яғы менән һоҡланыуын йәшермәй Резеда. Ҡайтҡас, ауылдаштарының: "Сит илдәге дуҫтарың килһә, һин нимә күрһәтер инең?" - тигән һорауына:
- Үҙебеҙҙең Нәре ташына, Кәбәнташ, Айғыр, Ҡараташ, Бәләкәй Ямантау һыртына йәйәү йөрөтөр Вәғиз, тәбиғәтебеҙ бигерәк матур бит, - тип ышаныслы яуап бирә ул. Бәләкәйҙән Бирҙеғол һауаһын һулап, Инйәр һыуында ҡойоноп, Һаҡатҡаҙы һыуын эсеп үҫкән Резеда һәм Вәғиз Йосоповтар йәшәү йәмен үҙ ауылында тапҡан. Ситтә йәшәгән туғандарының ҡайғылары, шатлыҡтары ла улар аша үтә. Тыуған ауылын һағынып ҡайтҡан туғандарына, дуҫтарына, ауылдаштарына уларҙың ишеге һәр ваҡыт асыҡ.
Читайте нас: