Белорет ҡалаһында йәшәгән Динара һәм Фаяз Солтановтар тәү ҡарашҡа ҡәҙимге генә ғаилә һәм башҡаларҙан айырылып та тормай кеүек. Яҡындан аралашҡанда иһә, икеһенең дә нур балҡытып янған ҡараштары, бер-береһенә, балаларына, атай-әсәйҙәренә, туғандарына булған йылы мөнәсәбәттең тандыр ялҡыны әңгәмәсегә лә күскәндәй була һәм аңғармаҫтан үҙең дә йәш ғаилә усағының йылы бөрккән ҡуҙына иреп китәһең... Йәш ғаиләнең үҙ тормоштарын йыр итеп йәшәй белеүҙәренең сере нимәлә икән һуң, ниндәй сығанаҡтан көс, дәрт ала икән улар?..
Фаяз Солтанов Исмаҡай ауылында Рәмзиә һәм Иштимер Солтановтар ғаиләһендә дүртенсе бала булып тыуған. Төпсөк бала булараҡ, Фаяз атай-әсәйенең, олатай-өләсәйҙәренең, апай-ағайҙарының һөйөүенә төрөнөп үҫә. Шулай ҙа, ауыл балаһы булғас, иркәләнеп кенә ултырырға тура килмәй. Тырыш малай һәр эштең мәғәнәһенә төшөнә, ярҙамсыллығы, йомшаҡ күңелле, тырыш һәм ныҡышмал булыуы менән алдыра. Мәктәптә уҡығанда Фаяз бөтә төр спорт ярыштарында ҡатнаша. Мәктәптән һуң үҫмер Белорет ҡалаһының 26-сы һөнәрселек училищеһына уҡырға инә һәм ташсы, монтажлаусы, иретеп йәбештереүсе һөнәре ала. Егет кеше өсөн изге бурыс булған әрме сафына ла теләп китә Фаяз. Ул осорҙа төрлө ҡатмарлыҡтар барған Дағстанға эләгә һәм был һынауҙы намыҫ менән үтәп ҡайта. Часть командирҙары яҙған Рәхмәт хаттары ата-әсә күңеленә май булып яғыла, улдары өсөн ғорурлыҡ тойғоһо уята.
Һалдат тормошоноң әсеһен-сөсөһөн татып, яҡындарын, туғандарын, тыуған яғын һағынып ҡайтҡан Фаяз нәҡ шул көндәрҙә буласаҡ тормош иптәшен - Динараһын осрата.
- Икебеҙ өсөн дә был осрашыу көтөлмәгәнсә булды. Тормош иптәшем менән Рысыҡай ауылында йәшәгән туғандарында табындаш булдыҡ һәм шунда танышып киттек, - ти Динара Әхәт ҡыҙы. - Күп тә үтмәне буласаҡ яҙмышыбыҙ төҫмөрләнде. Фаяздың ышаныслы, йомшаҡ күңелле, эшһөйәр, тәүәккәл булыуы оҡшаны. Минең ул мәлгә тәүге никахтан ҡыҙым - Дианам бар ине. Фаяздың оло йөрәкле булыуын, мине ысынлап яратыуын ҡыҙыма ҡарата атайҙарса мөнәсәбәтендә асыҡ күрҙем. Бер ғаилә булып йәшәп китеүебеҙгә шулай уҡ әсә йемдәрҙең, ике яҡлап та туғандарыбыҙҙың, ҡайным менән ҡәйнәмдең аҡыллы сабырлыҡтары, тәү күреүҙән мине үҙ итеүҙәре лә ярҙам итте.
Динара Әхәт ҡыҙы Рысыҡай ауылында Земфира һәм Әхәт Аҙнабаевтар ғаиләһендә баш бала. Рысыҡай башланғыс мәктәбендә ике йыл уҡығас, әсәһенең айвайына ҡарамай, Белорет лицей-интернатына үҙе теләп уҡырға китә. Динара бәләкәй генә сағынан тиҫтерҙәре араһында ныҡышмаллығы, тәүәккәллеге, яҡшы уҡыуы, ҡыйыулығы менән айырыла. Бер саранан ситтә ҡалмай, лицей-интернатта йөҙөп йөрөп уҡый һәм уны уңышлы тамамлап, педагогия колледжына уҡырға инә. Артабан Силәбе педагогия университетында ситтән тороп уҡып, педагог-дефектолог һөнәренә эйә була. Хәҙер күп йылдар ҡаланың "Тирмәкәй" башҡорт балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй.
Ике ныҡышмал кеше бергә булғанда, уларҙың күп нәмәгә өлгәшәсәге билдәле. Тиҫтә йыллап бергә йәшәп тә, уртаҡ бала булмауы ғына Динараның да, Фаяздың да күңелен өйкәгәндер. Бик күп ҡаршылыҡтарҙы еңеп, улар бер юлы игеҙ ҡыҙ һәм улға атай-әсәй булыу бәхетенә өлгәшә. Шатлыҡтары күкрәктәренә һыймаған, баштары күккә тейгәндәй булған мәлдәр өсөн әле лә улар хәлдәрен аңлап ярҙамлашып торған атай-әсәйҙәренә, туғандарына, дуҫтарына, ҡыҙҙары Дианаға сикһеҙ рәхмәтлеләр. Бәләкәстәре - Риязға һәм Заринаға тиҙҙән өс йәш тула. Әсәһенә оҡшап ярҙамсыл, илгәҙәк, тырыш ҡыҙҙары Дианаға 15 йәш тә булып киткән. Ул 21-се мәктәптә IX класта уңышлы уҡып йөрөй. Башҡорт теле буйынса барлыҡ олимпиадаларҙа ҡатнашып, ҡала һәм республика кимәлендә призлы урындар яулай. Ҡала-район буйынса үткән “Журналист булырға теләйем” конкурсында ла I урын яулай.
- Мин үҙемде бәхетле ҡыҙ, әсә, ҡатын тип һанайым, - ти Динара Әхәт ҡыҙы. - Күҙ теймәһен, тип, Аллаһы Тәғәләнең биргәненә шөкөр итеп, үҙебеҙҙең яҡты, иркен йортобоҙҙа ҡыуанып йәшәйбеҙ. Сөнки атай-әсәйҙәребеҙ иҫән-һау, балаларыбыҙ - күҙ нурҙарыбыҙ шатсәләмәт, туғандарыбыҙ, дуҫтарыбыҙ күп, яратҡан эшем, ышаныслы тормош иптәшем бар. Фаяздың Дианабыҙҙы үҙ ҡыҙылай күреп бер бөтөн ғаилә булып йәшәү күңелемә тыныслыҡ бирә. Буш ваҡытыбыҙҙы балаларға арнарға тырышабыҙ, ял көндәре ауылға ҡайтып атайәсәйҙәргә ярҙамлашабыҙ, бар эште лә тотош ғаилә менән кәңәшләшеп эшләйбеҙ, ике яҡ туғандарҙы ла бер күрәбеҙ, айырмайбыҙ.
- Мин ҡатынымдан уңдым, - тип һүҙгә ҡушыла Фаяз Иштимер улы. - Ир кешегә күп кәрәкме ни, балаларҙың шат тауышы, йортобоҙҙоң йыйнаҡлығы, ҡайнар аш, ҡатынымдың йылы ҡарашы, үҙ-ара татыу мөнәсәбәт - минең өсөн ҙур бәхет!
Ун ике йыл СИЗО-ла кинолог булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан ғаилә башлығы хәҙерге ваҡытта үҙ эшен асҡан.
Кисен хужабикә ҡыҙы Диана менән матур итеп өҫтәл йыя. Башҡорт балалар баҡсаһына йөрөгән Рияз менән Зарина, үҙҙәрен һағынып ҡайтҡан атайҙарының елкәһенән төшмәй, сыр-сыу килә. Сәй табыны артында кем балалар баҡсаһында, мәктәптә, кем эштә булған яңылыҡтары, иртәгәһе көнгә, киләсәккә ниәттәре, уйҙары, хыялдары менән иркен бүлешә. Һөйөүгә, ышанысҡа ҡоролған ғаилә нәҡ ошондай булырға тейеш. Ошондай татыу, иманлы, рухлы башҡорт ғаиләләрен фәрештәләр ҡанаттарын елпеп һаҡлап торһон...